Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
23 Апрель 2022, 14:55

Солтанбәктәр Өфөгә барып та диктант яҙҙы

#БашДиктант2022 #башҡорттелендәдиктант    “Айыҡ ауыл -2021” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнө рухиәт байрамына әйләнде.  

Солтанбәктәр Өфөгә барып та  диктант яҙҙы
Солтанбәктәр Өфөгә барып та диктант яҙҙы

Бөгөн Солтанбәк ауылы мәктәбендә туған тел һәм рух байрамы тантана итте. Кесеһенән алып оло йәштәге ағинәйҙәргә тиклем барыһы ла “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 2022” акцияһына ҙур дәрт менән дәррәү ҡушылды. Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн диктант яҙһа, ауыл халҡы, ағинәйҙәр, оло йәштәге апайҙар башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында белемдәрен тикшереп ҡараны.

Ә “Атайҙар мәктәбе” рәйесе Данис Суфиянов етәкселегендә 11 кешенән торған делегация, бында ағинәйҙәр ҙә, студенттар ҙа бар ине, Өфөгә барып Башҡорт дәүләт университетында ойошторолған майҙансыҡта диктант яҙҙы.

Беҙ үҙебеҙҙең диалектта диктант яҙҙыҡ. Тексты Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, сатира һәм юмор оҫтаһы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре Марсель Шәйнур улы Сәлимов уҡыны. Текст бик оҡшаны, яҙыуы ла ауыр булманы. Республикабыҙҙың данлыҡлы уҡыу йортонда шундай күренекле шәхес уҡыған ҡаһарман яҡташыбыҙ тураһындағы тексты ҙур ғорурлыҡ менән яҙҙыҡ. Нисектер күңелдәр ҡанатланып киткәндәй булды, үҙебеҙҙе тағы ла ышаныслыраҡ, көслөрәк, берҙәмерәк итеп тойҙоҡ. Яңы көс-дәрт, илһам алып ҡайтып киләбеҙ”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты баш ҡалабыҙҙа диктант яҙыусылар.

Һәр башланғысты дәррәү күтәреп алған солтанбәктәр был юлы ла берҙәмлектәре, телһөйәрлектәре менән һоҡландырҙы.

Наилә Имаева.

Читайте нас: