Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
23 Апрель 2022, 21:10

Башҡорт ырыуҙары вәкилдәре - баш ҡалала

Бөгөн Өфө ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжында ойошторолған майҙансыҡта башҡорт ырыуҙары вәкилдәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы.  

Башҡорт ырыуҙары вәкилдәре  -  баш ҡалала
Башҡорт ырыуҙары вәкилдәре - баш ҡалала

 

Балтас районынан "Танып " ырыуы вәкилдәре ҡатнашты. Сара башында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов сәләмләне. Башҡорт ырыуҙарының Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарындағы хәрәкәте тураһында тарих фәндәре кандидаты Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын файҙаланып проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһенән Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын нормаға килтереү тураһында Туймазы ҡалаһы башҡорт тарихи -мәҙәни үҙәге баш белгесеАльберт Әҙип улы Исмаил , "Уран" , "Танып", "Елдәк" ырыуы йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеге тураһында ырыу рәйестәре сығыш яһаны.

Гөлназ Ғәлләмова.

Башҡорт ырыуҙары вәкилдәре  -  баш ҡалала
Башҡорт ырыуҙары вәкилдәре - баш ҡалала
Читайте нас: