Бөтә яңылыҡтар

Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр...

Асҡын районында  “Дихин уҡыуҙары”  ғилми-ғәмәли конференцияһы старт алды. Унда  Солтанбәк урта мәктәбе уҡыусылары  әүҙем ҡатнаша.

Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр...
Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр...

Районыбыҙҙа старт алған “Дихин уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһына Солтанбәк урта мәктәбе уҡыусылары  беренселәрҙән булып ижади эштәрен ебәрҙе.  9-сы класс уҡыусыһы Ирина Мәғәфүрова  —  “Дихинға эйәреп”  номинацияһында ҡатнашып, үҙе яҙған шиғырҙы яттан һөйләһә,   5-се класс уҡыусыһы Динислам Суфиянов менән 4-се класс уҡыусыһы Илиза Фазлыәхмәтова  Ришат Марат улының “Үҙем тураһында һүҙем” китабына ингән шиғырҙарын тасуири һөйләне. Афарин, уҡыусылар! 

Әйткәндәй...

Урмияҙ ауылында тыуып үҫкән күренекле шәхесебеҙ Ришат  Марат улы Дихиндың тормош юлын  өйрәнеү, ижадын танытыу, уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү һәм ижади эшмәкәрлеген ҡеүәтләү маҡсатында  районыбыҙ мәктәптәренең 2-се -11-се класс уҡыусылары һәм уҡытыусылары араһында “Дихин уҡыуҙары”  ғилми-ғәмәли конференцияһы старт алды.

 Был сараны  район мәғариф бүлеге  Урмияҙ мәктәбе менән берлектә ойоштора.

Конференция программаһы ике  йүнәлештән тора:

  1. Башҡорт теле уҡытыусылары  өсөн  “Ришат Марат улы Дихиндың  тормош һәм ижад юлы”  темаһына ғилми-тикшеренеү эше;
  2. 2-се -11-се  класс уҡыусылары  һәм  башҡорт теле уҡытыусылары өсөн  ике номинацияла – “Ришат Дихиндың “Үҙем тураһында һүҙем”  китабына ингән шиғырҙарҙы яттан һөйләү”  һәм  “Дихинға эйәреп”  үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы  яттан һөйләү  бәйгеһе.

Бәйгеселәрҙең  сығышы өс   —  2-се -5-се кластар, 6-сы-11-се кластар һәм 18 йәштән өлкәндәр  йәш категорияларына бүленеп баһалана.

Барлыҡ ижади эштәр ҙә  20 мартҡа тиклем ҡабул ителәсәк.

Еңеүселәр һәм призерҙар  30 мартта Урмияҙ  ауыл  Мәҙәниәт  йортонда үтәсәк Ришат Марат улының  хәтер кисәһендә  сығыш яһаясаҡ  һәм бүләкләнәсәк.

Наилә Имаева.

 

 

 

 

Читайте нас: