Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Февраль 2022, 23:05

“Яратам һине, телем!”

Ҡариҙел ауылының күп функциялы ауыл клубында ошондай исем аҫтында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сара үткәрелде.

“Яратам һине, телем!”
“Яратам һине, телем!”

Клубтың художество етәксеһе Зилә Фәйзелғаян ҡыҙы Рәхмәтова һәм Ҡариҙел 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Эльмира Йәмил ҡыҙы Дәүләтйәнова сараны тотош байрамға әйләндерҙе. Сөнки һәр ҡатнашыусы рәхәтләнеп үҙ телендә һөйләште, кинәнеп “Донъя халыҡтарының теле” викторинаһында көсөн һынаны. Урындағы мәктәп уҡыусылары башҡорт телендә шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. Шулай уҡ туған тел тураһында халыҡ мәҡәлдәре, йомаҡтары, тиҙәйткестәре менән һәр кем күңелен байытты.

Сараға йәм биреп районда танылған шағирә Тәнзилә Муллаян ҡыҙы Яҡупова ла йәнле шиғырҙары менән уртаҡлашты. Ҡариҙел районы башҡорттарының башҡарма комитеты рәйесе Регина Нәғим ҡыҙы Хәйҙәршинаның ҡатнашыуы ла байрамдың мәртәбәһен арттырҙы. Ул барлыҡ телһөйәрҙәрҙе Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ихлас ҡотланы, ойоштороусыларға Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Клубтың Зилә Фәйзелғаян ҡыҙы етәкләгән “Сулпан” фольклор ансамбле балалары Мингаева Әҙилә һэм Мингаев Илхан, Әсләмова Айлина, Зәйнетдинова Камилла, Зиннәтова Альмира, Ҡыяметдинов Динияр, Фатыхова Карина, Вәлиев Илнур башҡарыуындағы йырҙар күңелдәргә илһам бирҙе. Мәктәп уҡыусылары Сәмиғуллина Ильвина, Хәйҙәров Вәкил, Әйүпова Гөлдәр, Ибатова Анита, Зиннәтуллин Рәмис, Кашфуллин Динис Эльмира Йәмил ҡыҙы менән байрамда иң әүҙемдәре һаналды. Саранан һәр кем үҙ телеңде белергә, өйрәнергә, ҡәҙерләргә, уны тупаҫ һүҙҙәр менән йәмһеҙләмәҫкә, ә иң мөһиме башҡа халыҡтар телен дә хөрмәт итергә кәрәклеге тураһында һығымта яһап таралышты.

Гөлнара Солтанова.

“Яратам һине, телем!”
“Яратам һине, телем!”
“Яратам һине, телем!”
“Яратам һине, телем!”
“Яратам һине, телем!”
“Яратам һине, телем!”
“Яратам һине, телем!”
“Яратам һине, телем!”
Читайте нас: