Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Февраль 2022, 20:00

Донъяла иң матур тел - ул минең туған телем

Солтанбәк ауыл китапханаһында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған әҙәби кисә уҙҙы.  

Донъяла иң матур тел - ул минең туған телем
Донъяла иң матур тел - ул минең туған телем

Эй, туған тел! Тәрән диңгеҙ –
Сумһаң да, буйлап була.
Ул ҡурайҙа бар донъяның
Моңдарын уйнап була.
(К.Бакиров)
"Тел ул - бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең күп быуатлыҡ ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү - һәр кемдең изге бурысы. Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул, - тип бөгөн китапханала үткәргән әҙәби сара тураһында хисләнеп һөйләне Солтанбәк ауылы китапханасыһы Дилбәр Фәтих ҡыҙы Маҙһарова.

Уҡыусылар һәм оло йәштәге әүҙем китап уҡыусылар ҡатнашҡан сара
"Донъяла иң матур тел - ул минең туған телем" тип атала.

Әҙәби кисәне Дилбәр Фәтих ҡыҙы Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғыры менән башлап ебәрә. Туған тел тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөргәс, сиратлап туған телгә бағышлап шиғырҙар уҡыйҙар.

"Донъяла һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе - үҙ туған теле. Әсә телендә кеше донъяны танып белә, китаптар уҡып, уның матурлығын белә башлай. Шуға ла туған телдә күберәк гәзит-жуналдар, китаптар уҡырға кәрәк. Улар беҙҙең китапханабыҙҙа күп. Китап уҡып, телебеҙҙе байытырға, күңелебеҙҙе сафландырырға ынтылайыҡ. Уй күрке - тел икән,тел күрке - һүҙ. Һүҙе яғымлының үҙе лә яғымлы, теле матурҙың күңеле лә матур, шуны онотмағыҙ, дуҫтар!” - тип Дилбәр Фәтих ҡыҙы ауылдаштарын китапханаға саҡырҙы.

 

Наилә Имаева.

 

 

Донъяла иң матур тел - ул минең туған телем
Донъяла иң матур тел - ул минең туған телем
Донъяла иң матур тел - ул минең туған телем
Читайте нас: