Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
12 Февраль 2022, 10:05

Рәми рухы йәшәй күңелдәрҙә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Солтанбәк урта мәктәбендә телһөйәрлек менән һуғарылған төрлө саралар уҙа. #Айыҡауыл2022Солтанбәкауылы #Трезвоесело2022Султанбеково#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы#ВсемирныйКурултайБашкир#Аскинскийрайон#МинеңРәми90

Рәми рухы йәшәй күңелдәрҙә
Рәми рухы йәшәй күңелдәрҙә









Солтанбәк урта мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың туыуына 90 йыл тулыу айҡанлы төрлө саралар үтте. Һәр башҡорт теле дәресендә һүҙ Рәми Ғарипов ижады, уның әҫәрҙәренең әһәмиәте тураһында барҙы. Мәктәп китапханасыһы Фәнзилә Мәғәмүр ҡыҙы әҙерләгән күргәҙмә янынан уҡыусылар өҙөлмәне.
Ә “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре, ауыл китапхансыһы етәксеһе Дилбәр Маҙһарова, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һәм Солтанбәк ауылы халҡы тарафынан үткәрелгән 
#МинеңРәми90 флешмобында берҙәм ҡатнашыуы үтә лә ҡыуаныслы булды. Тимәк, телебеҙ йәшәй, киләсәгебеҙ бар, бәхетле һәм яҡты булыр!”, - тип ҡыуанып һөйләне Сотанбәк урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Марат ҡыҙы Факкарова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:


Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, ул Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә, шул мәктәп янындағы интернатта тәрбиәләнә.
Урта мәктәпте тамамлап сыҡҡас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса, 1950 йылда Мәскәүгә барып, А. М Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға керә.
Мәскәүҙә юғары белем алып ҡайтҡас, Рәми Ғарипов 1955 йылдан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй башлай. Бер ни тиклем ваҡыт ул Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп ала.
1959 йылда ул тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. “Йүрүҙән” колхозында һәм “Һарғамыш” совхозында ул өс йыл комскомитет секретары һәм Салауат район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. Рәми Ғариповтың шиғырҙар яҙыуы Арҡауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ башлана, ә Өфөлә 9-сы мәктәптә уҡығанда әҙәби түңәрәктә актив ҡатнашыу, кисәләрҙә яҙыусылар менән осрашыу, консультациялар алыу уның ижадын йәнләндереп ебәрә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыу уға ижад эшенә яуаплы ҡарарға һәм сәнғәт нигеҙҙәрен тәрән белергә өйрәтә.
Рәми Ғариповтың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре— 1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылған “Ленин” тигән шиғыры. Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы — “Йүрүҙән” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыға һәм матбуғатта ыңғай баһа алды. Шулай ҙа уның шағир булараҡ формалаша барыуын 1958 йылда сыҡҡан “Таш сәскә” исемле шиғырҙар йыйынтығы асыҡ күрһәтә. Уның поэзияһы өсөн тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Лирик шиғырҙарынан йәшлек ялҡыны бөркөлөп торһа ла, ул, нисектер, талғын бер сабырлыҡ менән аға. Тормоштағыса моңло һағышҡа мул ул поэзия.Тормоштоң айышы, йәшәү мәғәнәһе, заман һулышы менән бәйле мотивтар нығына, поэтикаһы халыҡсан тасуирҙар менән байыға.
Рәми Ғариповтың ижади уңыштары художестволы тәржемәлә лә айырым асыҡ. Ул Пушкиндән, Лермомтовтан, Гейненан, Рудакиҙан, Ғүмәр Хәйямдан, Хетагуровтан, Абайҙан, Блоктан, Есениндан, Рәсүл Ғамзатовтан һ. б. һүҙ оҫталарынан поэзия өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итте. “Ғөмүмән, әҙәби тәржемә эшен мин үҙебеҙҙең милли культура үҫеше өсөн иң кәрәкле эштәрҙең береһе тип һанайым һәм был эште ахырғаса дауам итәсәкмен”,— тип яҙҙы был хаҡта Рәми Ғарипов үҙе.
Рәми Ғарипов 1977 йылда Өфөлә вафат булды. 1988 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге премия (үлгәндән һуң) бирелде.
Әҙип1992 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән оло исемгә лайыҡ булды.

Читайте нас: