Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
9 Февраль 2022, 15:25

Рәми Ғарипов - беҙҙең йөрәктәрҙә

#РәмиҒарипов_90#РамиГарипову_90#РәмиРухы"Рәми Ғарипов - беҙҙең йөрәктәрҙә" онлайн-акцияһына Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбе уҡыусылары ла әүҙем ҡушылды.  

Рәми Ғарипов  - беҙҙең йөрәктәрҙә
Рәми Ғарипов - беҙҙең йөрәктәрҙә

 

 

Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға һәм Туған телдәр көнөнә арнап ойошторолған "Рәми Ғарипов - беҙҙең йөрәктәрҙә" онлайн-акцияһына Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова етәкселегендә уҡыусыларҙа ҙа әүҙем ҡушылды.

Рәми Ғариповтың "Туған тел" тигән шиғырын - 4 - се синыф уҡыусыһы Рәмилә Әхмәтғәлиева,

"Тәүге һөйөү" тигән шиғырын - 11 - се синыф уҡыусыһы Нәргизә Лоҡманова,

"Хазина" тигән шиғырын 6 - сы синыф уҡыусыһы Әлфиә Нуриәхмәтова тасуири итеп һөйләне.

Телһөйәр ҡыҙҙарға- афарин!

Наилә Имаева.

Читайте нас: