Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
2 Февраль 2022, 08:00

      Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты

Бөрө ҡалаһының 4-се урта мәктәбе нигеҙендә ҡала һәм район башҡорт теле уҡытыусылары өсөн “Башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә заманса дидактик алымдар ҡулланыу” темаһына семинар-практикум уҙғарылды. 

Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
      Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты

 

Мәктәптең төп бурысы - ысын шәхес тәрбиәләү. Ә уҡытыусының алдына ҡуйылған төп бурысы үҙ иленә, тыуған төйәгенә, уның тәбиғәтенә, туған халҡына, уның рухи байлығына, туған теленә оло ихтирам һәм тәрән һөйөү тәрбиәләүҙән тора. Дәрескә инер алдынан уның көнүҙәк мәсьәләһе булып түбәндәге һорауҙар тора: “Нисегерәк үткәрһәм ҡыҙыҡлыраҡ булыр?”, “Ниндәй алымдар ҡулланһам, ялҡытҡыс булмаҫ?”, “Ниндәй күләмдә һәм нисек өйрәтергә?” Уҡытыусы заман менән бергә атлап, уҡыусыларына заманса дәрес бирергә тейеш. Ә дәрестең сифаты уҡытыусының методик оҫталығына бәйләнгән.

         Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уның телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтлелеген формалаштырыу мөһим. Шуға күрә лә дәресте  уҡытыусыға  мауыҡтырғыс, ҡыҙығыраҡ  итеп үткәрергә, төрлө эш төрҙәрен киң файҙаланып эшләргә  тура  килә.

         Уҡытыусы эше - илһамлы ижад, эҙләнеүсе, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылыу өсөн һәр саҡ заман менән бергә атларға, алдынғы ҡарашлы булырға, ең һыҙғанып эшләргә, ижади эҙләнергә, белемен үҫтерергә кәрәк. Бының өсөн күп төрлө эштәр башҡарыла: махсус курстар, һөнәри бәйгеләр, ғилми-ғәмәли конференциялар, фәнни- тикшеренеү эштәре, семинар кәңәшмәләр үткәрелә.

         Ошо маҡсаттан Бөрө ҡалаһының 4-се урта мәктәбе нигеҙендә ҡала һәм район башҡорт теле уҡытыусылары өсөн “Башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә заманса дидактик алымдар ҡулланыу” темаһына семинар-практикум уҙғарылды.  Сараны Бөрө ҡалаһы 4-се мәктәбе директоры Ирина Александровна Иҡсанова тәбрикләү һүҙҙәре менән асты. Ул белем усағындағы яңылыҡтар, уҡытыуҙа ҡулланылыусы инновацион эш  алымдары, “Үҫеш нөктәһе” проектына ярашлы асылған кабинеттарҙың  эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Бөрө районы мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Линара Әхнәф ҡыҙы Хисмәтуллина семинарҙың темаһы, эш барышы менән таныштырҙы. Тәбрикләү өлөшөнән һуң уҡытыусылар сығыш яһаны.

Бөрө ҡалаһы 4-се урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Риф ҡыҙы Хәмитова “Башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә заманса дидактик алымдар ҡулланыу” темаһын яҡтыртып үтте. Бөрө районы Николаевка урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Миңләхмәт ҡыҙы Суфиярова “Башҡорт теле дәрестәрендә инновацион алымдар ҡулланыу” темаһы менән сығыш яһаны.

         Артабан семинарҙың практик өлөшө башланды. Айгөл Риф ҡыҙы Хәмитова 5-се класс уҡыусылары менән “Аҙыҡ-түлек магазинында” темаһына асыҡ дәрес күрһәтте. Дәрес бик әүҙем, бөтә тейешле этаптар ҡулланылып алып барылды: фонетик күнегеү аша  дәрестең темаһын асыҡлау, һүҙлек эше, уйындар, мәҡәлдәр әйтешеү, шиғыр йөкмәткеһен үҙләштереү, икмәк ҡәҙере тураһында социаль видеоролик ҡарау, уның проблемаһын асыҡлау, Лениград блокадаһы тураһында әңгәмә – балаларға ялҡырға ваҡыт булманы.

         Эстафета башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Гөлнара Рәлиф ҡыҙы Ғилманшинаға күсте. Ул килгән ҡунаҡтарға уҡыусылар менән “Йырлы-моңло башҡорт теле” темаһына синыфтан тыш сара күрһәтте. Уҡыусылар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләне, халыҡ бейеүҙәре башҡарҙы, йырҙар йырланы. Балалар сығышына килгән ҡунаҡтар ҙа битараф ҡалманы, “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын дәррәү ҡушылып башҡарҙылар.

         4-се мәктәптә уҙған семинар-практикум бик төплө уйланылған, тәрән мәғәнәле, тәрбиәүи, юғары методик кимәлдә төрлө дидактик эш алымдары ҡулланып үткәрелгән сара булды, килгән ҡунаҡтарҙың юғары баһаһына лайыҡ булды.  Район һәм ҡала башҡорт теле уҡытыусылары бик ҡәнәғәт булып, 4-се мәктәп уҡытыусыларының эш тәжрибәһе менән танышып, яңы идеялар алып, илһамланып таралышты.

                                         Айгөл     Хәмитова,

                                  Бөрө ҡалаһы 4-се урта мәктәбенең

башҡорт теле уҡытыусыһы.

 

 

Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
      Туған тел һағында тороусылар тәжрибә уртаҡлашты
Читайте нас: