Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Ғинуар 2022, 12:00

Ике конкурс та Халыҡ-ара туған тел көнөнә арнала

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Халыҡ-ара туған тел көнөнә арнап ике конкурс иғлан итә.

Беренсеһе – үҙең ижад иткән төбәк-ара шиғырҙар конкурсы.

Кемдәр ҡатнаша ала:

– 18 йәштән өлкәндәр;

– башҡорт телендә яҙыусы үҙешмәкәр авторҙар;

– профессионалдар эше ҡабул ителмәй.

Конкурс 13 февралгә тиклем дистанцион рәүештә үткәрелә.

Ҡатнашыу өсөн яҙған шиғырыңды [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ «Бәйләнештә», «Инстаграм» социаль селтәрҙәрендә #туғантел2022#БашФонд хэштектары менән ҡуйыу талап ителә.

Икенсеһе – Халыҡ-ара туған тел көнөнөң брендбугын булдырыу ижади конкурсы.

Барлыҡ теләүселәр ҡатнашырға саҡырыла, йәш сикләүе юҡ. Был конкурс 10 февралгә тиклем үтә. Конкурсҡа шәхсән, шулай ижади коллектив менән башҡарылған брендбуктар ҡабул ителә. Һәр ҡатнашыусы талаптарға яуап биргән 3 брендбук тәҡдим итә ала. Ойоштороусылар  уларҙы атрибутика, афиша, сувенир продукцияһы һәм башҡа мәғлүмәт һәм видео материалдар эшләгәндә ҡуллана ала.

Конкурс эштәрен  [email protected] электрон почтаһы буйынса ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 246-58-24. #туғантел2022#БашФонд. Конкурс эше менән бергә ғариза-анкета ла ебәрегеҙ.

 Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ФОНДЫ (vk.com) белә алаһығыҙ.

 

https://ye102.ru/articles/obrazovanie/2022-01-21/ike-konkurs-ta-haly-ara-tu-an-tel-k-n-n-arnala-2662801?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Автор:
Читайте нас: