Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
18 Ғинуар 2022, 09:20

Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште

Туған тел һағында тороусылар уңыштарҙы барланы, икенсе ярты йыллыҡҡа эш планын ҡабул итте һәм “Йәнтөйәк” төбәк-ара гәзите менән хеҙмәттәшлек итергә дәртләнеп  таралышты.

Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште
Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште

 

 

13 ғинуарҙа Ҡариҙел районының Ҡариҙел 1-се урта мәктәбендә  райондың башҡорт теле һәм туған телдәр уҡытыусыларының сираттағы кәңәшмәһе үтте.

Мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Г.Р.Нурисламова уҡыу йылының беренсе ярты йыллығына төплө анализ яһаны. Гөлсирә Рәхмәтулла ҡыҙы башҡорт, татар, мари телдәре буйынса сифат һөҙөмтәләренә туҡталып үтте. Шулай уҡ кәңәшмәлә төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, юғары ҡаҙаныштарға ирешкән мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары исемлеге яңғыраны. Яңы Бәрҙәш, Ҡараяр, Иҫке Аҡбүләк, Хәлил, Абыҙ, Урғыш, Байҡыбаш, Уразай, Әртәкүл, Муллаҡай, Ҡариҙел ауылының 1-се һәм 2-се мәктәптәренең эшмәкәрлектәре ыңғай билдәләнде. Әйтергә кәрәк, республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө һәм М.Аҡмулланың 190 йыл тулыуы айҡанлы  ойошторолған марафонға барлыҡ мәктәптәр ҙә ихлас ҡушылып, мауыҡтырғыс саралар үткәргән. Иҫке Аҡбүләк мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Т.Р.Хазиева, мәҫәлән, уҡыусылары менән мәктәп телевидениеһын булдырып, “Ете аҙым” марафонының һәр көнөндә йөкмәткеле тапшырыуҙары менән сығыш яһаны. Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусылар туған телдәр буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыу йомғаҡтарына туҡталды. 7-8-се класстар араһындағы муниципаль этап еңе-селәре һәм призерҙары атап үтәлде. 9-11-се класстар араһындағы районда еңеүселәр олимпиада талаптарына ярашлы, төрлө һынауҙар аша уҙҙы. Һөҙөмтәлә, 2-се Ҡариҙел урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Сафина Диана ғына республика буйынса олимпиадаға саҡырыу алған, уны уҡытыусыһы Э.Й.Дәүләтйәнова әҙерләгән. Каникул ваҡытында улар Р.Ғарипов исемендәге гимназия-интернатында ойошторолған төп бәйгегә барып, уңышлы сығыш яһағандар. Эльмира Йәмил ҡыҙы Өфөнән ҡайтҡан тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Артабан Хәлил, Яңы Бәрҙәш урта һәм Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусылары И.И.Ғайнанова, З.Т.Ғиндуллина, Г.Р.Солтанова башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу өсөн методик күрһәтмәләре менән сығыш яһаны.

Кәңәшмә аҙағында уҡытыусылар икенсе ярты йыллыҡҡа маҡсаттар һәм пландар ҡабул итте. Һәр кем “Йәнтөйәк” төбәк-ара гәзите менән хеҙмәттәшлек итергә һүҙ ҡуйышып, күтәренке кәйеф менән таралышты.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште
Башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшләште
Читайте нас: