Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
17 Декабрь 2021, 17:00

«Ете аҙым» марафоны матур тамамланды

Ҡариҙел район моделле китапханаһында Башкорт теле көнөнә һәм М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған йомғаҡлау сараһы ойошторолдо.

«Ете аҙым» марафоны матур тамамланды
«Ете аҙым» марафоны матур тамамланды

«Аҡмулла – башҡорт әҙәбиәте йондоҙо» әҙәби ҡунаҡханаға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Руслан Булатов, Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Регина Хәйҙәршина тәбрикләне. Байрам кисәһендә «Иҙел» әҙәби түңәрәге ағзалары, башҡорт теле уҡытыусылары һәм башҡалар булды.

Алып барыусылар — китапханасы Әлфиә Хөсәйенова менән мәҙәниәт бүлеге белгесе Юлиә Вәлиева ҡунаҡтарҙы Башҡорт теле көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы һәм М. Аҡмулла ижады буйынса күҙәтеү әңгәмәһе үткәрҙе. Башҡорт теле көнөнә арналған сарала ҡатнашыусылар бөйөк мәғрифәтсе ижадының киләсәк быуындар өсөн әһәмиәте тураһында һөйләнеләр.

Люция Карамова.

 

«Ете аҙым» марафоны матур тамамланды
«Ете аҙым» марафоны матур тамамланды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: