Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2021, 14:25

Туған телдә – халыҡтың йәне

«Ете аҙым» марафоны сиктәрендә Ҡариҙел районының бөтә мәктәптәрендә Башҡорт теле көнөнә һәм М. Аҡмулланың  190 йәше тулыуына арналған саралар үтте.

Туған телдә – халыҡтың йәне
Туған телдә – халыҡтың йәне

 Ошо көндәрҙә Яңы Бәрҙәш мәктәбендә туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Аҙнаның тәүге көнөндә мәктәп фойеһында тематик күргәҙмә әҙерләнде. Кластарҙы стена гәзиттәре биҙәне, уҡыусылар өсөн кластан тыш саралар үткәрелде, документаль фильмдар күрһәтелде. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар БДУ һәм «Аманат» журналы ойошторған республика онлайн-конкурстарына һәм видеомарафонға ҡушылды. Мәҫәлән, 4-се класс уҡыусыһы Гүзәл Сәмиғуллина менән 11-сенән Розалина Хөпөтдинова үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Өлкән һәм урта звено уҡыусылары шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады тураһында белде. Уҡыусылар шағирҙар Рәми Ғарипов, Рәшит Назаровтың шиғырҙарын яттан һөйләне. Ә Илсур Ильясов һәм Розалина Хөпөтдинова үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы сәнғәтле итеп уҡыны. “Бикбай уҡыуҙары” төбәк-ара әҙәби ижад конкурсында Раушания Нурисламова беренсе урын алды.

Люция Карамова.

Туған телдә – халыҡтың йәне
Туған телдә – халыҡтың йәне
Туған телдә – халыҡтың йәне
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: