Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2021, 09:25

Туған тел — төп байлығыбыҙ

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында Башҡорт теле аҙналығы йәнле һәм бай йөкмәткеле үтте

Туған тел — төп байлығыбыҙ
Туған тел — төп байлығыбыҙ

Балалар баҡсаһында һәр көн бер  девиз аҫтында үтте. Тәрбиәселәр фәһемле әңгәмәләр үткәрҙе, балалар уларҙа туған телдең кеше тормошондағы роле тураһында белде, башҡорт телендә яңы һүҙҙәр өйрәнде. Аҙна буйына тәрбиәләнеүселәр башҡорт телендә  иҫәнләште, рәхмәт әйтте һәм һаубуллашты. Тематик дәрестәрҙә тәрбиәселәр балаларҙы башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары менән таныштырҙы, башҡорт әкиәттәрен һәм шиғырҙарын уҡыны. Балалар башҡорт көнкүреше, кейемдәре, уйын ҡоралдары тураһында күп нәмә белде. Малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙур теләк менән милли уйындарҙа ҡатнашты, туған телдә мәҡәлдәр һәм әйтемдәр ятланы. Тәрбиәселәр шулай уҡ балаларҙы башҡорт биҙәктәре менән таныштырҙы, улар ситектәр, алъяпҡыстар биҙәне. Шиғырҙар видеомарафонында ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты.

Дөйөм алғанда, тәрбиәләнеүселәр ҙә, ата-әсәләр ҙә,  педагогтар ҙа барлыҡ сараларға әүҙем ҡушылды.

Балаларҙа туған телгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡыҙыҡһыныу һәм  һөйөү,  Тыуған илең, туған телең, халҡың өсөн ғорурлыҡ хистәре  тәрбиәләү балалар баҡсаһынан башлана. Был йәһәттән Асҡын 2-се балалар баҡсаһында маҡсатлы әүҙем эш алып барыла.

Илһөйәр Махатова.

Туған тел — төп байлығыбыҙ
Туған тел — төп байлығыбыҙ
Туған тел — төп байлығыбыҙ
Туған тел — төп байлығыбыҙ
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: