Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2021, 12:40

Мөхәррирҙәр асыҡ дәрес күрһәтте

Бөгөн, 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнө һәм  бөйөк мәғрифәтсе  Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу уңайынан   Асҡын 1-се урта мәктәбендә үҙенсәлекле   башҡорт теле дәресе үтте.  

Мөхәррирҙәр асыҡ дәрес күрһәтте
Мөхәррирҙәр асыҡ дәрес күрһәтте

Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, бай тарихлы,  йырлы, моңло тел ул. Бына  ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү,  телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү һәм халҡыбыҙҙың рухи тарихында  юйылмаҫ эҙ ҡалдырған   бөйөк шәхестәрҙең  береһе  Мифтахетдин  Аҡмулла  тураһында өҫтәмә  мәғлүмәт еткереү маҡсатында  Асҡын 1-се урта мәктәбенең  5-се  В класында  Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова менән  мин, “Йәнтөйәк” район-ара гәзите баш мөхәррире Наилә Зәйнулла ҡыҙы  Имаева, башҡорт теле дәресен үткәрҙек. Дәрестең  “Үҫеш нөктәһе”  үҙәгендә  —   заманса ҡорамалдар һәм техника  менән йыһазландырылған бүлмәлә үтеүе  беҙҙең өсөн икеләтә уңайлы булды.

Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы  уҡыусылар менән  танышып,  класта  телһөйәрлек  хистәре менән һуғарылған  байрамса мөхит тыуҙырғандан һуң, Мифтахетдин Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы менән ҡыҫҡаса  таныштырҙы.  Дәрес ваҡытында уҡыусылар Мифтахетдин Камалетдиновтың нисек итеп Аҡмуллаға әйләнеп китеүен, шулай уҡ  беҙҙе белемгә өндәгән  Аҡмулла      —

ҡаҙаҡтарҙың – аҡыны, башҡорттарҙың  сәсәне икәненә лә төшөндө. Артабан   уҡыусылар менән бергәләп бөйөк мәғрифәтсенең шиғырҙарын да уҡып, анализланылар.

Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы, форсаттан файҙаланып,  уҡыусыларға Асҡын районында йәшәүсе  Ҡыр Танып, Һыу Танып, Унлар һәм Балыҡсы, Ғәйнә  ырыуы  башҡорттары тураһында ла  мәғлүмәт еткерҙе.

 Балалар ҙур теләк менән үҙҙәренең ҡайһы ырыуға ҡарауын асыҡлап, яуап бирҙе.

 Мин, үҙ сиратымда, уҡыусыларҙы районыбыҙҙа сығыусы “Йәнтөйәк” район-ара гәзите менән таныштырып, был баҫманың маҡсаты, тәғәйенләнеше һәм унда күтәрелгән темалар тураһында һөйләнем. Уҡыусылар менән журналист һөнәре тураһында әңгәмәләшеп, бергәләп яңылыҡтар һәм  һүрәтләмәләр яҙып ҡараныҡ.  Әйтергә кәрәк,  уҡыусыларға бик оҡшаны. Улар кем уҙарҙан бөгөнгө дәрес тураһында яңылыҡ әҙерләне, класташтары тураһында телдән һүрәтләмә төҙөнө. 

Башҡорт телен  дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе  балаларҙың  белем кимәле яҡшы. Рус милләтенән булған уҡыусылар ҙа матур итеп шиғыр уҡыны, һорауҙарға тулы итеп яуап бирҙе, үҙҙәренең  уй-фекерҙәрен  һәм теләктәрен еткерҙе.

5-се кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән  уҡытыусылар Лилиә Сәлимйән ҡыҙы Ғәлиева, Сулпан Әғәләм ҡыҙы Ғилметдинова, Эльвира Ғәли ҡыҙы  Лотфуллинаға эштәрендә уңыштар теләп,  уҡыусылар  менән осрашыуҙан үҙебеҙ ҙә рухланып, яңы көс-дәрт алып ҡайттыҡ.

Халҡыбыҙҙы белемгә, яңы тормошҡа саҡырған Мифтахетдин Аҡмулла уҡыусылар хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалыр, тип ышанабыҙ. Сөнки  ул әйткәнсә,  ғилемле кеше — ҡанатлы ҡош, белемлеләргә генә һәр ерҙә юл асыҡ. Иң тәүҙә кеше үҙ туған телен белергә, өйрәнергә һәм уны һаҡларға бурыслы.

 

Наилә Имаева.

 

 

Мөхәррирҙәр асыҡ дәрес күрһәтте
Мөхәррирҙәр асыҡ дәрес күрһәтте
Мөхәррирҙәр асыҡ дәрес күрһәтте
Мөхәррирҙәр асыҡ дәрес күрһәтте
Мөхәррирҙәр асыҡ дәрес күрһәтте
Мөхәррирҙәр асыҡ дәрес күрһәтте
Мөхәррирҙәр асыҡ дәрес күрһәтте
Читайте нас: