Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2021, 09:10

14 декабрь - Башҡорт теле көнө менән!!!

  14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы буйынса Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола. Әйҙәгеҙ, туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, яратайыҡ! Үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп йырҙар тыңлайыҡ, йырлайыҡ! Башҡорт теленең бар матурлығын асып биргән башҡорт моңдарын данлайыҡ!

14 декабрь - Башҡорт теле көнө менән!!!
14 декабрь - Башҡорт теле көнө менән!!!

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.

14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы буйынса Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола.
Әйҙәгеҙ, туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, яратайыҡ! Үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп йырҙар тыңлайыҡ, йырлайыҡ! Башҡорт теленең бар матурлығын асып биргән башҡорт моңдарын данлайыҡ!

ТУҒАН ТЕЛ
Рәми Ғарипов.

Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай, ынйы йыямын,
Йыямын да - йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

***
Баязит Бикбай.

Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә - үлмәгән,
Бөгөнгә еткән !
Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы !
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-
Теле лә йәшәй !
Телен асҡанда,
һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй !».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен !..

***
МИНЕҢ ТЕЛЕМ
Салауат Әбүзәр.

Таш быуаттан килә минең телем,
Мәмерйәлә тыуған тәүге өнө.
Һөңгө сыңы ишетелә унда,
Һеңеп ҡалған уға ут төтөнө.

Яңғыраған ул йыртҡыс аулағанда,
Йәйәләрҙән осҡан уҡ булып.
Тиртеп сыҡҡан бейә елененән,
Сәскәләрҙән тамған һут булып.

Ҡылыс булып ҡындан һурылған ул
Яу килгәндә тыуған еремә.
Ул ағылған ҡурай моңо булып,
Күтәрелеп Урал үренә.

Үртәгәндәр уны һәм аҫҡандар...
Меңәрләгән ауыл көлөнән
Ул терелеп ҡабат атылып сыҡҡан
Бишектәге сабый теленән.

Ата-бабаларҙың аманаты,
Тере рухы – башҡорт теле ул.
Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы,
Милләтемдең изге түле ул!

***

БАШҠОРТ ТЕЛЕ
Лариса Абдуллина.

Һин — боронғо яугир, башҡорт теле,
Еңеп сыҡтың һәр бер алыштан!
Сынйыр сыңы, ҡылыс тауыштары
Ишетелә алыҫ-алыҫтан.

Салауат та һинең кеүек булған,
Һөргөнлө лә үткән ғүмере.
Ауылдарҙа һине һаҡлағандар,
Көлгә күмгән кеүек күмерҙе.

Йыраусылар һиңә ҡалҡан булған.
Ҡырҡҡанда ла телен сәсәндең,
Һуңғы һүҙен әйтеп киткән улар,
Түбән төшөрмәгән бәҫеңде.

Һин — дәүләттең именлеге, телем!
Һалдат кеүек һаҡта бөгөн дә!
Халҡың киләсәген йөкмәп алдың,
Һин күтәрҙең намыҫ йөгөн дә!

Башҡорт теле!
Һин сабыйым кеүек ғәзиз!
Ҡараштарың беҙгә төбәлгән.
Әйтсе, ҡайһы әкиәттә сафлыҡ
Яһилдарҙың барын еңәлгән?!

Әйтсе, телем!
Һин бит тере ауаз!
Бармы һине һаҡлар заттарың?!
Хыянатҡа, беләм, язаң ҡаты...
Тоғроларҙың ҙурла анттарын!

#Башкорттелекөнө

14 декабрь - Башҡорт теле көнө менән!!!
14 декабрь - Башҡорт теле көнө менән!!!
Читайте нас: