Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
13 Декабрь 2021, 10:25

Тел — халыҡтың рухы, күңеле һәм тормошо

Бөгөн "Ете аҙым" марафонының һуңғы көнө. Ул "Башҡорт теле — ихлас тел" девизы аҫтында үтә. Ошо уңайҙан район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлешә.

Тел — халыҡтың рухы, күңеле һәм тормошо
Тел — халыҡтың рухы, күңеле һәм тормошо

— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы «Ете аҙым» марафоны тигән үҙенсәлекле сара иғлан итте. Уның шарттары буйынса, Мифтахетдин Аҡмулланың иң билдәле ижади ҡомартҡыларының береһе — "Нәсихәттәр"енә таянып, әҫәрҙә билдәләнгән Иман, Күңел, Аҡыл, Шөкөр, Әҙәп, Сабыр, Ихлас кеүек ҡиммәттәрҙең асылын халыҡҡа еткереү, уларҙы йәш быуын, балалар араһында популярлаштырыу ине.
“Ете аҙым” марафоны районыбыҙҙа бик йәнле үтте. Уның сиктәрендә барлыҡ мәғариф һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында, китапханаларҙа береһенән-береһе йәнле, бай йөкмәткеле саралар уҙҙы. Видеомарафондар, акциялар, онлайн осрашыуҙар, фильмдар ҡарау һәм башҡа төрлө саралар аша балалар иман байлығы, күңел матурлығы, аҡыл, шөкөр итә белеү, әҙәпле, сабыр булыу, ихласлыҡ тураһында бай мәғлүмәт алғандыр, туған телебеҙгә ҡарата хөрмәттәре артҡандыр, тип уйлайым. Башҡорт теле аҙналығы сиктәрендә Ҡышлауйылға мәктәбенә нигеҙ һалыусы Шаһивәли Ғабдулла улы Абдуллинға таҡтаташ, башҡорт теле кабинеты асылыуы ла оло әһәмиәткә эйә булды.
Иртәгә — Башҡорт теле көнө! Шул уңайҙан барлыҡ милләттәштәремде ихлас ҡотлайым! Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, уны киләһе быуындарға тапшырайыҡ. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ туған телде белеп үҫһен. Туған тел менән ғорурланып йәшәгән кеше, һис шикһеҙ, бәхетле кеше, — тип һөйләне Мөнзилә Солтан ҡыҙы.

Илһөйәр Махатова.

Тел — халыҡтың рухы, күңеле һәм тормошо
Тел — халыҡтың рухы, күңеле һәм тормошо
Тел — халыҡтың рухы, күңеле һәм тормошо
Тел — халыҡтың рухы, күңеле һәм тормошо
Тел — халыҡтың рухы, күңеле һәм тормошо
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: