Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
12 Декабрь 2021, 09:20

Әсә теле — тыйнаҡ, сабыр

"Ете аҙым" марафонының 6-сы көнө "Башҡорт теле — сабырлыҡ теле" девизы аҫтында үтә. Асҡын ауылынан Гөлназ Ҡадырова ла шиғыр яҙыусылар акцияһына ҡушылып, өс вариант тәҡдим итте. #БашҡортТелеКөнө2021Марафон #Аҡмулла #БашҡортТелеКөнө #Ҡоролтай #Курултай #ГодБашкирскийИстории #БашҡортТарихыЙылы

Әсә теле — тыйнаҡ, сабыр
Әсә теле — тыйнаҡ, сабыр

 

Туған телен һөйгән, хөрмәт иткән кеше

Бар булмышы, күңеле менән була сабыр.

Телем, илем, халҡым ти(е)п ҡылған эше

Ваҡыт даръяһында үҙ урынын табыр.

                       ***

 

 

Үҙен башҡортмон тип һанай икән кеше

Яҡшы белә: әсә теле — тыйнаҡ, сабыр.

Уны данлау — йөрәк ҡушҡан эше —

Күңеленә шулай рухи аҙыҡ табыр.

                         ***

 

Башҡорт милләтенән булған кеше

Үҙ телендәй булыр күркәм, сабыр.

Һөҙөмтәле булыр һәр башҡарған эше —

Асылына ҡайтыр, тамырҙарын табыр.

 

Илһөйәр Махатова.

Әсә теле — тыйнаҡ, сабыр
Әсә теле — тыйнаҡ, сабыр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: