Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
12 Декабрь 2021, 08:25

Башҡорт теле — сабырлыҡ теле

Башҡорт теле көнөнә арналған “Ете аҙым” марафонының бөгөн 6-сы көнө. Бөгөнгө девиз: “Башҡорт теле — сабырлыҡ теле”. «................кеше ..................сабыр ...................эше ..................табыр” Ҡәҙерле дуҫтар, ошо бирем буйынса шиғыр яҙып ҡарағыҙ әле. Шиғырығыҙҙы ошо материалға комментарий итеп ҡуйырһығыҙ. Ошо һылтанма буйынса сайтыбыҙға инеп, өҫтә бирелгән бирем буйынса телһөйәрҙәр яҙған шиғырҙар менән таныша алаһығыҙ. #БашҡортТелеКөнө2021Марафон#Аҡмулла #БашҡортТелеКөнө#Ҡоролтай #Курултай#ГодБашкирскийИстории#БашҡортТарихыЙылы

Башҡорт теле — сабырлыҡ  теле
Башҡорт теле — сабырлыҡ теле

 


Туған телен һөйгән кеше

Булыр ғорур, һүҙгә - сабыр

Гел ырамлы барыр эше

Хеҙмәтенең тәмен табыр

 

Телем ти(е)п йән ат, кеше

Бирмә һүҙең, бул һин сабыр

Телде һаҡлау – халҡым эше

Теләгән әмәлен дә табыр

 

Башҡорт рухлы күпме кеше

Араһында күпме сабыр

Булмаһа ла ул төп эше

Телен һаҡлар, юлын табыр

 

Әсә телен белһен кеше

Ҡотҡоларға булһын сабыр

Башҡорт телен һаҡлау эше

Киләсәктә яҡлау табыр

 

 

 


#БашҡортТелеКөнө2021Марафон
#Аҡмулла #БашҡортТелеКөнө
#Ҡоролтай #Курултай
#ГодБашкирскийИстории
#БашҡортТарихыЙылы

 

Наилә Имаева.

Башҡорт теле — сабырлыҡ  теле
Башҡорт теле — сабырлыҡ теле
Читайте нас: