Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
7 Ноябрь 2021, 16:05

Милли драматургияны үҫтергән шәхес

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле прозаик, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Васильевич Асанбаевҡа (Нәжиб Асанбай) 100 йәш тулған булыр ине.

Милли драматургияны үҫтергән шәхес
Милли драматургияны үҫтергән шәхес

Николай Васильевич ватан һәм милли драматургияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның ижады башҡорт драматургияһы классикаһы һәм республикалағы күп милләтле мәҙәниәттең сағыу кәүҙәләнешенә әүерелде. Нәжиб Асанбаев тарафынан ижад ителгән әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенең һәм театрының алтын фондына инде. Совет дипломаты, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың яҙмышы тураһында һөйләгән “Ҡыҙыл паша” пьесаһы улар араһында айырым урын биләй. Уның буйынса ҡуйылған фильм-спектаклде 22 ғәрәп иле тамашасылары ҡараны. Н. Асанбаевтың әҫәрҙәре — “Ҡанаттар нығынғанда”, “Ҡыҙыл паша” драмалары, “Беҙгә егеттәр килде”, “Кәләш әйттергәндә”, “Күктән төшкән бәхет”, “Һыу юлы”, “Киң урамдар тар ине” комедиялары, “Рәйсә”, “Фәйзи”, “Алтын бишек”, “Таң йондоҙо”, “Зәйтүнгөл”, “Көҙән башҡорто” пьесалары һәм башҡа бик күптәр республика театрҙары репертуарының йөҙөк ҡашына, бик күп быуын тамашасыларҙың яратҡан спектаклдәренә әүерелде.


Нәжиб Асанбаевтың эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһаланған. Ул — Башҡорт АССР-ының, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Н.В. Асанбаев I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнгән.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-11-07/milli-dramaturgiyany-terg-n-sh-hes-2573463?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: