Бөтә яңылыҡтар

“Ә кемде уҡытырға?”

Асҡын 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Ғәли ҡыҙы Лотфуллинаның сығышы залдағыларҙы уйланырға мәжбүр итте. Эльвира Ғәли ҡыҙының сығышын видеоны ҡарап, тыңлай һәм сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ.

Асҡын 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Ғәли ҡыҙы Лотфуллинаның белем биреү усаҡтарында туған телдәрҙе уҡытыу һәм өйрәнеү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәләге сығышы:
"Хөрмәтле ҡунаҡтар, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, уҡытыусылар һәм ҡәҙерле ата-әсәләр!Мин бөгөн һеҙгә районыбыҙ башҡорт теле уҡытыусылары
исеменән мөрәжәғәт итәм. Һуңғы йылдарҙа башҡорт телен уҡытыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Был йәһәттән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан бик күп эштәр башҡарыла. Туған телдәрҙе үҫтереү буйынса милли ресурс үҙәге булдырылды. Эйе, шарттар булдырыла: башҡортса интернет ресурстар, заманса йыһазландырылған кабинеттар, сағыу дәреслектәр – былар бөтәһе лә балалар туған телдәрен өйрәнһен өсөн тыуҙырылған шарттар. Шулай уҡ, юғары белемгә эйә булған ижади эшләүсе уҡытыусыларыбыҙ ҙа етерлек. “Ә кемде уҡытырға?” — тигән һорау килеп тыуа. Сөнки туған телен өйрәнеүсе балалар һаны кәмегәндән кәмей. Ата-әсәләр башҡорт була тороп, туған тел булараҡ рус телен һайлай.
Күп кенә ата-әсәләрҙең фекеренсә, туған телде өйрәнеү - бала өсөн өҫтәмә нагрузка. Рус телен туған тел булараҡ өйрәнһә, берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшыраҡ бирәсәк, тип уйлай. Был фекер дөрөҫ түгел! Беҙ, уҡытыусылар, күп йылдар быны күҙәтәбеҙ: рус теле менән туған телде сағыштырмаса өйрәнгән уҡыусының белеме күпкә төплөрәк, сөнки дәреслектәрҙәге темалар параллель рәүештә бирелгән. Мәҫәлән, рус телендә лә, башҡорт телендә лә грамматик темалар бер ваҡытта үтелә. Хәҙерге гаджеттар заманында, йәшерен түгел, балаларыбыҙ әҙәби китап уҡып бармай. Ә әҙәбиәт дәрестәрендә бирелгән тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған әҫәрҙәрҙе бергәләп уҡып, туғандарҙы, ата-әсәләрҙе, оло кешеләрҙе хөрмәт итергә, яратырға, ярҙам итергә өйрәнәбеҙ; балаларҙа итәғәтлелек, оло күңеллелек, ихласлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләйбеҙ.
Хөрмәтле ата-әсәләр, беҙ балаларыбыҙҙың фәҡәт юғары белем алыуы менән генә ҡәнәғәтбеҙ. ЕГЭ тапшырһын да юғары уҡыу йортона инһен, имеш! Ә күпме һәләт, ҡаҙаныш, асыш юғала. Үҙ телендә матур итеп һөйләшкән, йырлаған баланың күҙенән нур сәселеп тора. Уның йөрәге туң түгел, күңеле бай, рухы ташылып тора.
Ҡәҙерле ата-әсәләр! Тағы бер тапҡыр һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ! Балағыҙ яҙмышы һеҙҙең ҡулда, шуға телдең, моңдоң тәбиғәттән бирелгән иң ҙур бүләге икәнен аңларға кәрәк. Туған тел — кешенең күҙгә күренмәгән ағзаһы. Туған тел — ул күңел теле, тойоу теле, быуындан-быуынға ҡан аша күсә килгән рухи байлыҡты, һәләтте асыусы асҡыс һәм артабан дауам итеүсе төп көс. Туған телебеҙҙе ят тел менән алмаштырабыҙ икән, тимәк, баланың тәбиғәттән бирелгән бер ағзаһын ҡырҡып алып, ят ағза ялғап ҡуяһың тигән һүҙ ул.
Милләттең киләсәген билдәләүсе быуын яҙмышы һеҙҙең ҡулда, хөрмәтле ата-әсәләр!"
Районыбыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары.
Читайте нас: