Бөтә яңылыҡтар

Балалар туған телен белеп үҫһен

Асҡын районы хакимиәте залында белем биреү усаҡтарында туған телдәрҙе уҡытыу һәм өйрәнеү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә башланды.

Мәртәбәле сарала Асҡын районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Динис Рәдис улы Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Ата-әсәләр комитеты рәйесе Эльвира Митен ҡыҙы Байназарова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш белгесе Миләүшә Фәйзетдин ҡыҙы Хәбирова, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова, “Ағинәйҙәр ҡоро” район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалтдинова, районыбыҙҙың мәғариф учреждениелары етәкселәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр ҡатнаша.
Наилә Имаева.
Автор фотолары.
Читайте нас: