Бөтә яңылыҡтар

Телһөйәр, тырыш, өлгөр ҡыҙҙар

Ҡариҙел районы Иҫке Аҡбүләк мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары Гөлсөм Ғәлимйәнова, Эльвина Шәйәхмәтова, Юлиә Тимерғәлиева башҡорт телен яратып уҡый һәм уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора.

Был тырыш, уңған ҡыҙҙар уҡыуҙа ла алдынғы, мәктәп тормошонда, байрамдарҙа, кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Уларҙың районда ғына түгел, республика буйынса ла ҡаҙаныштары байтаҡ. Ҡыҙҙарҙың “Аҡмулла диктанты”н “яҡшы” билдәһенә яҙған сертификаттары бар.
Быйыл иһә Гөлсөмгә ҙур уңыштар йылмайған. Ул республика кимәлендә уҙған башҡорт теле олимпиадаһында призлы урын яуланы һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды. Ә 9-сы кластар араһында иң күп Маҡтау ҡағыҙҙары алган уҡыусы иҫәбендә булғаны өсөн дә бүләкләгәндәр. Бынан тыш район, республика Шыршы байрамында ҡатнашыу бәхете тейгән. ГТО нормативтарын яҡшы үтәп алтын значокка лайыҡ булған. Башҡорт теленән муниципаль этапта үткән конкурста 1-се урын алғаны өсөн Әлшәй районында “Йәйләү” лагерында ял итеп ҡайтыуын да Гөлсөм ҡыуанып иҫкә ала.
Эльвина һүрәт төшөрөргә, туган телдә шиғыр һөйләргә оҫта. Был хаҡта бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй. Үҫмерҙәр һәм балалар ижады үҙәге ойошторған төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулаған, ирекмәндәр ойошмаһында уңыштары өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Йыр-бейеү, спорт ярыштарынан тыш, башҡорт теленән уҙған олимпиадаларҙағы уңыштары өсөн бихисап Маҡтау грамоталары йыйылған. ГТО нормативтарын яҡшы үтәгәне өсөн көмөш значокка лайыҡ булған. Шулай уҡ тырыш ҡыҙ интернет-викториналарҙа ла ҡатнаша.
Юлиә лә афарин! Бөйөк Еңеүгә арналған республика конкурсында уның үҙ ғаиләһе тураһында яҙған иншаһы М. Аҡмулла исемендәге башҡорт педагогия университетының Мактау грамотаһына лайыҡ булған. Эҙләнеүҙәр эше буйынса республика конкурсында “Иң үҙенсәлекле проблеманы күтәргәне өсөн” номинацияһында енеүсе булып танылған, диплом алған.
Ҡыҙҙар үҙҙәренең уңыштары өсөн уҡытыусыларына, һәр ваҡыт ярҙам иткән атай-әсәйҙәренә сикһеҙ рәхмәтле. Беҙ уларға мәктәпте уңышлы тамамлап, киләсәктә яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас: