Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
24 Апрель 2021, 17:30

“Бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ!”

Балтас районынан Танып ырыуы башҡорттары ла Өфөгә барып диктант яҙҙы.

Бөгөн Өфө күп профилле колледжында Балтас районынан Танып ырыуы башҡорттары ла башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙҙы. Танып ырыуының ҡор башы Гөлназ Әхтәм ҡыҙы Ғәлләмова етәкселегендә китапханасылар Гүзәл Рәфис ҡыҙы Камалетдинова, Роза Фәтих ҡыҙы Мирғәйева, мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Эльвера Ғәлихан ҡыҙы Солтанова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары ойошторған сараларҙа ла ҡатнаша.
Наилә Имаева.
Гөлназ Ғәлләмова фотолары.
Читайте нас: