Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
24 Апрель 2021, 16:15

Афарин, ағинәйҙәр!

Урмияҙ ауылы ағинәйҙәре лә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы!

Бөгөн халҡыбыҙ донъяның төрлө мөйөштәрендә, төрлө майҙансыҡтарҙа башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы.
Сара онлайн-форматта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре, мобиль ҡушымталар аша ла ойошторолдо.
Урмияҙ ауылы ағинйҙәре быйыл да башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуға әүҙем ҡушылды.
Ағинәйҙәр менән Урмияҙ ауыл Советы бинаһына йыйылдыҡ. Беҙ бер төркөм мәғариф ветерандары - Венера Әҙһәт ҡыҙы Мөфтиева, Эльвира Нәфҡәт ҡыҙы Суфиярова һәм мин, Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова, - башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн, ә Зөһрә Фидаил ҡыҙы Ғәйнуллина менән Әлфирә Аснаф ҡыҙы Ҡыямова башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙҙыҡ. Ҙур теләк менән ҡатнаштыҡ был акцияла. Диктант өсөн бик матур йөкмәткеле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә текстар алынғайны, шуға тексты халҡыбыҙ өсөн, милләтебеҙ өсөн ғорурланып яҙҙыҡ. Бындай сараларҙа йылдан-йыл күберәк кеше ҡатнашыуы бик һөйөндөрә. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт”, - тип тәьҫораттары менән бүлеште бар ғүмерен башҡорт телен уҡытыуға арнаған мәғариф ветераны Сәлимә Әнүәр ҡыҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

Халыҡ-ара акцияны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлектә үткәрҙе. "Интернет" мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashdiktant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын [email protected] электрон почтаһына 2021 йылдың 26 апреленең 23.59 сәғәтенә тиклем ебәрергә мөмкин. Диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларға сертификаттар сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәрелә.

Наилә Имаева.

Читайте нас: