Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
23 Апрель 2021, 15:07

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2021: теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — 2021» акцияһын үткәрә.

Акция 24 апрелдә онлайн һәм офлайн форматта ойошторола. Диктантты онлайн яҙыусыларға Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, интернет йәки мобиль ҡушымта аша акцияға ҡушылыу мөмкинлеге бар.
Ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ сайтында теркәлергә йә иһә акцияның мобиль ҡушымтаһын күсереп алырға кәрәк.
24 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты) Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, «YouTube» видеохостингында диктант башлана:
11.00 – 11.25 – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;
11.30 – 12.00 – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;
12.05 – 12.30 – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн.
Һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа ала. Оффлайн форматта укыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, предприятиеларҙа, йәмәғәт ойошмалары офистарында һәм башҡа урындарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бар.
Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә акцияның сайтына ҡуйыла.
Диктантты уҡыйҙар:
Илшат Абдуллин, «Бүреләр» төркөмө солисы — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн.
Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн.
Альберт Исмаил, «Хаят-Исмаил» төркөмө ағзаһы, «Без башҡортлар» хәрәкәте әүҙемсеһе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: