Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
23 Апрель 2021, 18:00

Афарин, Юлай!

Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусыһы Юлай Хәйруллин “Кәүсәриә Шафиҡова уҡыуҙары” республика ғилми–ғәмәли конференцияһында ҡатнашып, 1-се һәм 2-се урындар яуланы. Телһөйәр Юлайҙы һәм уны әҙерләгән Руфина Фәлғәт ҡыҙы Мостафинаны ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусыһы Юлай Хәйруллин “Кәүсәриә Шафиҡова уҡыуҙары” республика ғилми–ғәмәли конференцияһында
“ Икмәк тәмен белгән кеүек,
Тәмен беләм өс телдең.
Ғүмеремә етер йәме
Байлығы был күңелдең” тигән секцияла “Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләше” ғилми-тикшеренеү эше менән сығыш яһап, 1-се урынға лайыҡ булды. Ә шиғыр һөйләүселәр конкурсында Кәүсәриә Шафиҡованың “Китмәйек әле...” тигән шиғырын яттан һөйләп, 2-се урын яуланы.
Наилә Имаева.
Читайте нас: