Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Телгенәм — бергенәм
19 Апрель 2021, 11:35

Мишкәләр башҡорт телен өйрәнә

Мишкә районында ололар өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар башланды.

Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә, шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында Мишкә районында ололар өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар башланды. Дәрестәрҙе Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент, мәғариф отличнигы Эльвира Фидаил ҡыҙы Рәхимова алып бара. Курстарға мәҙәниәт бүлеге, китапхана хеҙмәткәрҙәре яҙылған.
Лилиә Хәсәнова.
Мишкә районы.
Читайте нас