Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Телгенәм — бергенәм
13 Апрель 2021, 09:55

Балаларға — ҙур бүләк

Асҡындың 2-се балалар баҡсаһының “Тамсыҡай” башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүселәре хәҙер туған телде тағы ла ҡыҙыҡһыныбыраҡ, уйын формаһында өйрәнеү мөмкинселегенә эйә булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә балалар баҡсаһына башҡорт телендә һөйләгән планшет һәм смартфон тапшырылды.

Тәрбиәселәр Лиана Илшат ҡыҙы Сабирйәнова һәм Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова етәкселегендә балалар планшет һәм смартфон ярҙамында башҡорт телендә төҫтәрҙе, хәрефтәрҙе, һандарҙы тағы ла ҡыҙыҡһыныбыраҡ өйрәнәсәк, туған телдә ике юллыҡ 80 шиғыр һәм 40 ҡыҫҡа балалар йыры менән танышасаҡ, хайуандар донъяһына ҡыҙыҡлы сәйәхәт ҡыласаҡ.
Тәрбиәселәр ҙә, балалар ҙа бындай ҙур бүләккә бик һөйөндө. Бәләкәстәргә туған телдә тәрбиә биреүҙә, туған телгә һөйөү уятыуҙа был ҙур ярҙам булды.
Илһөйәр Махатова.
Эльза Нафиҡова фотолары.
Читайте нас