Йәнтөйәк
+18 °С
Дождь
Антитеррор

Телһөйәр ҡыҙ

Оло Шаҙы мәктәбендә үҫеп килеүсе быуын балалар баҡсаһынан уҡ туған тел, Тыуған ер, Ватан төшөнсәләрен аңлап үҫә. Уҡыусылар араһында әҙәби телде яҡшы итеп өйрәнеп, ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеп, республика, район конкурстарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәре бар.

Азалия Хәбибуллина – шундайҙарҙың береһе. Һәләтле ҡыҙ башланғыс кластарҙан уҡ әҙәби һәм төрлө ижади конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Мәктәптә эшләп килгән “Йәшлек” фольклор ансамблендә шөғөлләнә. “Урал батыр”, “Башҡортостан ынйылары”, “Халҡым йолалары — күңел көҙгөһө”, “Таланттар йәйғоро” кеүек конкурстарҙа күп тапҡыр сығыш яһап, еңеү яуланы.
Башҡорт теле йылына арналған республика әҙәби марафонында Мостай Кәримдең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын ятлап, 2-се урын яуланы, район-ара ғилми-ғәмәли конференцияла яҡташыбыҙ Ф. Бүләковтың тормош һәм ижад юлын өйрәнеүгә арналған тикшеренеү эше менән дә 2-се урын алды. Беҙҙең уҡыусылар ауыл китапханаһы, ауыл мәҙәниәт йорто ойошторған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Азалия бик матур йырлай, бейей. Унан башҡа бер концерт та, байрам да үтмәй. Китапханала туған телдә уҙғарылған төрлө акция, флешмобтарҙа ла ҡатнашып, байтаҡ уңыштарға иреште телһөйәр ҡыҙ.
— Туған телемдә уйлайым, фекерләйем. Ул миңә һулар һауам кеүек бик кәрәк. Туған телдә уҡыған әҫәрҙәр мине яңы бейеклектәргә әйҙәй, ижадҡа илһамландыра, — ти Азалия.

Әнисә Закирова, Оло Шаҙы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас