Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Телгенәм — бергенәм
21 Февраля 2021, 08:00

Тел – халыҡтың мәңге тере тарихы

БДУ-ның Бөрө филиалында йыл да тиҫтәнән артыҡ башҡорт теле уҡытыусыһы сығарыла#Халыҡаратуғантелдәркөнө#Международныйденьродныхязыков

Әлеге ваҡытта филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетында “педагогик белем” белгеслеге “башҡорт һәм рус телдәре” йүнәлеше буйынса ситтән тороп һәм көндөҙгө бүлектәрҙә 2-се курстан алып 5-се курсҡа тиклем 50-нән артыҡ студент белем ала, ә 1-се курстар быйылғы уҡыу йылында яңы йүнәлеш — “башҡорт һәм инглиз телдәре”н үҙләштерә.
Факультет деканының уҡытыу эше буйынса урынбаҫары Алла Бодулева әйтеүенсә, күп абитуриенттарҙы бер юлы туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеү мөмкинселеге йәлеп итә һәм был төркөмгә 16 кеше алырға булышлыҡ итә. Уның фекере буйынса, һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында туған телдәргә ҡыҙыҡһыныу арта. Беҙгә факультеттың бер нисә студенты менән танышыу форсаты тейҙе.
1-се курста уҡыусы Алһыу Хәмәтшина Тәтешле районынан килгән. Милләте буйынса башҡорт. Ғаиләлә туған телдә һөйләшәләр. Алһыу спорт һәм бейеүҙәр менән әүҙем шөғөлләнә.
Башҡорт һәм инглиз телдәре бер-береһенә оҡшаш, — ти буласаҡ уҡытыусы. — Беренсеһе алтай тел ғаиләһенең төрки төркөмөнә инһә, икенсеһе һинд-европа тел ғаиләһе герман төркөмөнөң көнбайыш-герман төркөмсәһенә ҡарай. Миҫал өсөн, “tower” (башня, ҡәлғә) һәм башҡорт һүҙе “тау” (тау, ҡалҡыулыҡ), “hand” (ҡул) һәм “һандыҡ” (һандыҡ ). Был телдәрҙең фонетик айырмалыҡтары ла күҙәтелә.
Алһыу Мөбәрәкова 2-се курста уҡый. Ҡариҙел районынан килгән. Уның тамырҙары татар теленә барып тоташа, ғаиләләрендә башҡорт телен яҡшы беләләр, аралашалар. Студент халыҡ-ара йәштәр фестивалендә үҙ районының данын яҡлай, унда туған телендә халҡы, уның менән нисек ғорурланыуы тураһында йыр башҡара.
Беҙҙең йырҙарҙың энергетикаһы көслө. Ул халыҡ күңеле кеүек, халыҡтарҙы, уларҙың тарихын тотоп торған үҙәк кеүек, — тип аңлата Алһыу һәм киләсәктә үҙенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ғына түгел, ә вокал менән дә ныҡлап шөғөлләнәсәген әйтә.
Был һәләтле ҡыҙҙың теләктәре бойомға ашыр, һис шикһеҙ. Бындай уҡытыусы теләһә ниндәй ҡала, бигерәк тә ауыл мәктәбе өсөн бик кәрәкле белгес буласаҡ.
2-се курста белем алыусы Айгизә Боҫҡанова Бөрөгә йыраҡ Көйөргәҙе районынан килгән. Саф башҡорт ғаиләһендә үҫкән, туған телендә аралаша, рус телен дә яҡшы белә.
Ике телгә лә мөнәсәбәтем яҡшы. Һәр береһе үҙенсә матур, яғымлы, — ти Айгизә. — Ә туған телдән дә ҡәҙерле нәмә юҡ. Туған телдә беренсе һүҙҙәребеҙҙе әйтәбеҙ, уй-фекерҙәребеҙҙе асығыраҡ аңлатабыҙ.
БДУ-ның Бөрө филиалын тамамлаусы егеттәр һәм ҡыҙҙар хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Мәҫәлән, Диана Билалова бөгөнгө көндә Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалында сит телдәр кафедраһында эшләй. Ул “Башҡорт һәм инглиз телдәрендә һүҙҙәрҙең морфема төҙөлөшө” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған.
Республикабыҙҙа туған телдәр дәүләттең ышаныслы яҡлауы аҫтында, — ти филология кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова. — 1999 йылдан алып Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы закон тормошҡа ашырыла, ул бар халыҡҡа, уларҙың һанына ҡарамай, туған телде һаҡлауға һәм төрлө яҡлап үҫтереүгә тигеҙ хоҡуҡ гарантиялай. Закон туған телдә аралашыуға, аралашыу, тәрбиә биреү, уҡытыу һәм ижад итеү телен ирекле һайлауға хоҡуҡ бирә.
Һүрәттә: БДУ-ның Бөрө филиалы студенттары Алһыу Мөбәрәкова, Айгизә Боҫҡанова, Алһыу Хәмәтшина мәктәптәргә башҡорт, рус һәм инглиз телдәре уҡытыусылары булып ҡайтырға план ҡора.
Теманы дауам итеп...
Башҡортостанда 160 милләт һәм уларға ингән 13 этник төркөм вәкилдәре йәшәй.
Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса республикала иң күп һанлы милли төркөмдәрҙе рустар (36 процент), башҡорттар (29,5 процент) һәм татарҙар (25,4 процент) тәшкил итә.
Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә ете милләт халҡының һаны бер миллиондан ашып киткән. Улар — рустар, башҡорттар, татарҙар, украиндар, сыуаштар, чечендар һәм әрмәндәр.

Ольга Платонова.
Степан Чиглинцев фотоһы.
Читайте нас