Был көнгә арналып тел уҡытыусылары, башланғыс кластар уҡытыусылары, китапханасылар, класс етәкселәре тарафынан аҙна буйына бай йөкмәткеле саралар ойошторола. Уҡыусылар менән туған тел, уның матурлығы, байлығы тураһында әңгәмәләр, әҙәби-музыкаль композициялар, республикабыҙ шағирҙары һәм яҙыусыларының китаптары күргәҙмәһе, “Туған телеңде беләһеңме?” викторинаһы, “Халҡымдың милли кейеме” һүрәттәр конкурсы үткәрелә. Һәр класта “Тел — халҡымдың тере күңеле” темаһына класс сәғәттәре уҙғарыла.