Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Телгенәм — бергенәм
16 Февраля 2021, 12:15

Бар яҡлап та һәләтле ҡыҙ

Ҡашҡа урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Юлиә Ғәлләмова шәжәрәһен өйрәнә, спортты ярата һәм төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтерә

Юлиә Флидә һәм Илшат Ғәлләмовтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып тәрбиәләнә. Ҡашҡа урта мәктәбенең 4-се класында тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Тырыш ҡыҙ математика, тирә-яҡ донъя, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен ҡыҙыҡһынып уҡый, ошо фәндәр буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша. Класта староста вазифаһын башҡара.
Ғәлләмовтарҙы районда әүҙем, спорт һөйөүсе, нәҫел ептәрен барлаусы ғаилә булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. Флидә Нәфҡәт ҡыҙы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында — тәрбиәсе, ә Илшат Хисаметдин улы мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Ата-әсә балаларын бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырып үҫтерә. Юлиә лә ағайҙарынан ҡалышмай, шахмат, шашка уйнай, йәйен еңел атлетика менән шөғөлләнә, ҡышын саңғыла йүгерә. Ошо спорт төрҙәре буйынса улар ғаиләләре менән мәктәп, район ярыштарында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар ала.
Хәстәрлекле ата-әсә балаларын эшһөйәр итеп үҫтерә, рухи тәрбиә бирә. Ғәлләмовтар бергәләп нәҫел тамырҙарын, ауыл тарихын өйрәнә. Күптән түгел районда Балыҡсы ырыуы йыйыны сиктәрендә ойошторолған сараларҙа улар ғаиләләре менән ҡатнашты һәм Юлиә ете быуынға тиклем төҙөлгән шәжәрәләре тураһында һөйләне.
Юлиә матур йырлай, бейей, мәктәптә үткәрелгән байрамдарҙа сығыш яһай. Дәрестәрҙән тыш ваҡытын да ул бушҡа үткәрмәй: алмазлы мозайка менән шөғөлләнә, пазлдар йыя, һүрәт төшөрөргә ярата. Шулай уҡ тырыш ҡыҙ әсәһенең дә ҙур ярҙамсыһы. Өй йыйыштырырға булһынмы, аш-һыу әҙерләшергәме, йәйен сәскәләр үҫтерергәме — һәр эштә булыша.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар ғаилә архивынан.
Читайте нас