Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
13 Февраль 2021, 14:00

Диана туған телен һәм нәҫел тамырҙарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә

«Аҡбуҙат» балалар журналы менән осрашыуға башҡорт телен ҡыҙыҡһынып өйрәнгән, туған телдә иркен һөйләшкән телһөйәр балалар йыйылды. Улар араһында Асҡын 2-се урта мәктәбенең 4А класы уҡыусыһы Диана Ғәлиева ла бар ине.

Диананың әсәһе Глүсә Хисаметдин ҡыҙы оҙаҡ йылдар Баҙансат ауылында балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе, ә ғаиләләре Асҡын ауылына күсеп килгәс, “Ҡояшҡай “ балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй башланы. Йырға, бейеүгә һәләтле, рухлы әсә балалары нәҫел ептәрен, туған телен белеп үҫһен өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Ғәлиевтар ике яҡтан да шәжәрәләрен өйрәнә, уны байытып, тулыландырып тора. Диана үҙенең шәжәрәһе менән район конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар ала.
“Аҡбуҙат” менән осрашыуға ла Диана Ғәлиева әсәһе яғынан Балыҡсы ырыуына ҡараған ете быуынға тиклем төҙөлгән шәжәрәһен алып килгәйне. Оҫталыҡ дәресенән һуң журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға тасуири итеп “Олатайым кем булған?” шиғырын һәм үҙенең шәжәрәһен һөйләп күрһәтте. Лариса Хашим ҡыҙы тырыш ҡыҙҙы ихлас тыңланы, яҙҙырып та алды һәм “Аҡбуҙат” журналы иғлан иткән конкурста ҡатнашырға саҡырҙы.
Тырыш Диана уҡыуҙа ла һынатмай, матур йырлай, һүрәт төшөрөргә ярата. Әсәһе етәкселегендә бәләкәйҙән бейеүҙәр өйрәнә, төрлө байрамдарҙа, сараларҙа сығыш яһай. Афарин, Диана, киләсәктә лә шулай рухлы, телһөйәр, илһөйәр булып үҫеп, ҙур уңыштарға иреш!
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас