Асҡын 2-се балалар баҡсаһынан тәрбиәсе Гөлназ Хаматханова һәм уның ярҙамсыһы Гөлнур Исламова етәкселегендә “Йылмайыу” әҙерлек төркөмөнән биш бала килгәйне. Ә “Күк сәскә”нән шулай уҡ әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре Эмиль Сабирьяновты, Лиза Карченкинаны, Әдилә Хафизованы тәрбиәселәре Лилиә Тәлғәт ҡыҙы алып килгән. Беренсе рәттә ултырған милли кейемдәрҙәге малайҙар һәм ҡыҙҙар сараға йәм өҫтәне. Бәләкәй булһалар ҙа, улар матур итеп ҡарағошто эшләне, аҙаҡ Лариса Хашим ҡыҙынан бүләктәр алды.