Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
1 Сентябрь 2020, 12:16

Туған тел һағында

Ирина Бәхтейәр ҡыҙы Ишҡыуатова 30 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған

Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ республикабыҙҙың бар мәктәптәрендә лә индерелгәс, Ирина Бәхтейәр ҡыҙы хеҙмәт юлын мари балаларына башҡорт теле серҙәрен асыуға бағышлай. Мәғариф өлкәһендәге 30 йыл хеҙмәт стажының 14 йылын Баймырҙа ауылы мәктәбендә башҡорт теле дәрестәрен алып бара.
Ирина Ишҡыуатова Нуриман районы Иҫке Бәҙәй ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Ата-әсәһе Ольга һәм Бәхтейәр Йәркәевтар балаларын тирә-яҡты яратырға, ололарҙы хөрмәт итергә, яҡындарҙы ҡәҙерләргә өйрәтеп, уларҙа башҡа күркәм сифаттарҙы ла тәрбиәләй. Дүрт һеңлеһе, бер ҡустыһы уның яуаплылығында була.
Уҡытыусы булыу теләге Иринала бала саҡтан килә, йыш ҡына ҡурсаҡтарын теҙеп ултыртып, китап-дәфтәрҙәр биреп, уҡытыусы булып уйнай. Ауыл мәктәбен тамамлағас, ул Өфө ҡалаһының индустриаль-педагогия техникумына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, тыуған ауылына һыҙма һәм рәсем уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта.
1991 йылда Ирина Бәхтейәр ҡыҙы буласаҡ тормош иптәше Николай Ишҡыуатовты осрата. Йәштәр өйләнешеп, матур ғаилә ҡора. Шулай итеп, Ирина Бәхтейәр ҡыҙы Мишкә районы Баймырҙа ауылына килен булып төшә. Тигермән ауылы мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта башлай. 15 йыл күрше ауылға ҡар-буранлы, сатлама һыуыҡтарҙа, ямғырлы бысраҡ көндәрҙә йәйәү йөрөп, балаларға белем бирә. Ауырлыҡтарға зарланмай, бирешмәй. 2006 йылда Баймырҙа мәктәбенә башҡорт теле дәрестәрен алып барырға саҡыралар. Бик яуаплы эш икәнен аңлай уҡытыусы, сөнки башҡорт теле мари балалары өсөн сит тел, өҫтәүенә, уны өйрәнеүгә теләктәре лә ҙур булмай. Уҡыусыларҙа беренсе көндән башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында системалы эш башлай Ирина Бәхтейәр ҡыҙы. Бөрө социаль педагогия академияһына ситтән тороп башҡорт теле буйынса уҡырға инә. Район башҡорт теле уҡытыусылары берекмәһендә әүҙем ҡатнаша, сығыштар яһай, асыҡ дәрестәр күрһәтә, тәжрибә туплай. Яйлап ҡына район конкурстарында призлы урындар яулаусы уҡыусылары барлыҡҡа килә. “Урал батыр” район конкурсында оҙаҡ йылдар дауамында беренсе урын яулап киләләр. Баймырҙа мәктәбе командаһынан башҡа “Урал батыр” район конкурсын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ирина Бәхтейәр ҡыҙының уҡыусылары Ағиҙел ҡалаһында, Бөрйән районында үткән бәйгенең төбәк, республика этабында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Мари балаларының башҡорт телендә “Урал батыр” эпосын таҙа, тасуири һөйләүе, сәхнәлә актерҙарса уйнауы жюри ағзаларының һөйөүен яулай.
Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең халыҡ-ара конкурсында ла әүҙем ҡатнаша уның уҡыусылары.
Һуңғы арала башҡорт теленең мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ уҡытылыуына ҡаршы сығып, быны уҡыусылар өсөн зыянлы, тип фаразлаусылар күбәйә башланы. Баймырҙа мәктәбендә был һорау күтәрелгәне юҡ. Был, әлбиттә, уҡытыусының эшенә баһа, уның эш һөҙөмтәһе.
— Маҡсатым — балалар башҡорт теле дәрестәренә теләк менән йөрөп, башҡорт телендә аңлап һөйләшергә өйрәнһен. Бының өсөн заман менән бергә атларға, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алырға, яңы алымдар өйрәнергә, һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә тура килә. Мин бер ваҡытта ла уҡытыусы һөнәрен һайлауыма, башҡорт теле дәрестәрен алып барыуыма үкенмәнем. Киреһенсә, балалар менән эшләү миңә рухи ҡәнәғәтлек бирә, — ти Ирина Бәхтейәр ҡыҙы.
Ирина Ишҡыуатова үткән уҡыу йылында 11-се класс уҡыусыларын сығарҙы. Класс етәксеһе булараҡ та үҙ эшен яратып, бар күңелен һалып башҡара. Һәр балаға айырым иғтибар бүлергә, уларҙың уҡыу торошон контролдә тоторға, имтихандарға әҙерләнергә ярҙам итеүҙән тыш, кластан тыш саралар, походтар, тимурсылар командаһы ойошторорға ла өлгөрә.
Ирина Бәхтейәр ҡыҙы тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары вахта ысулы менән эшләп йөрөй, ҡыҙҙары медицина колледжын тамамлаған. Ҡура тултырып мал-тыуар аҫрайҙар. Баҡсаларында йыл да емеш-еләк, йәшелсәләр ишелеп уңа. Хужабикә сәскәләр үҫтерергә ярата, өйөндә лә, ихатаһында ла төрлө-төрлө сәскәләр үҫә.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: