Йәнтөйәк
-7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
18 Август 2020, 14:32

Тел ғаиләлә йәшәй

Балаларыбыҙ менән туған телебеҙҙә аралашайыҡ, китаптар уҡыйыҡ, йәнһүрәттәр ҡарайыҡ

“Донъяла иң матур тел – туған тел”, — тип халыҡ бик дөрөҫ әйткән. Ошо ҙур бәхетте юғалтмаҫ өсөн, беҙ туған телебеҙҙе һаҡларға һәм ихтирам итергә тейешбеҙ.
Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, тәү сиратта, ғаиләгә ҡайтып ҡала. Ғаиләлә кеше тәрбиәләү тураһында ғалим В.Сухомлинский былай тигән: «Донъяла тиҫтәләгән, йөҙләгән һөнәр бар. Кемдер тимер юлдар төҙөй, икенселәре йорттар һала, өсөнсөләре икмәк үҫтерә, тик иң универсаль, иң ҡатлаулы, иң маҡтаулы, һәр кем өсөн кәрәкле, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ эш бар – ул да булһа ғаиләлә кеше тәрбиәләү». Эйе, һәр ғаилә тормошҡа үҙенсәлекле шәхестәр әҙерләй. Шуға ла бала өсөн ғаилә киләсәктә үрнәк, йәшәү маяғы булып тора.
Туған телгә хөрмәтле булғанда ғына кеше үҙ иленең, төйәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын аңлай ала. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ та, милләт тә юғала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә ғаиләләр балалары менән рус телендә аралаша, хатта олатай, өләсәйҙәр ҙә “вата – емерә” ейән-ейәнсәрҙәре менән рус телендә һөйләшергә тырыша. Минеңсә, улар үҙ телебеҙҙә һөйләшһә, дөрөҫөрәк булыр ине, сөнки күп тел белеү кешене биҙәй, уның аң-белемен үҫтереүҙә лә ҙур йоғонто яһай.
Балалар бөгөн йәнле аралашыуҙан ситләшә, үҙ-ара гаджеттар менән генә хәл белешә. Улар күберәк ваҡыттарын, хәҙерге заман бәләһе, компьютер артында үткәрә. Ә унда төрлө уйындар, аҡылды томалаусы программалар... Ошо уйындағы геройҙарға оҡшарға тырышыу, телгә йоҡмаҫ һүҙҙәр менән һөйләшеү, бөтәһе лә бөгөнгө көн бәләһе. Балалар, бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, телдәрен вата-емерә рус телендә һөйләшә, сөнки рус йәнһүрәттәре ҡарай, ә атай-әсәйҙәр быға бик шатлана. Йәнәһе, балалары рус телендә таҙа һөйләшәсәк, имтихандар тапшырыуы еңелерәк буласаҡ. Ә инде ысынында, уйлап ҡараһаң, ул бәләкәс әлегә үҙ туған телендә лә матур итеп һөйләшергә өйрәнмәгән. Минең уйлауымса, был бик хаталы фекер. Сөнки үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе бөтә нескәлектәренә тиклем белмәйенсә, башҡа телде камил үҙләштереп булмай. Шуға күрә, бала саҡтан, баланың теле асылғандан алып, үҙ телебеҙгә ихтирам, хөрмәт тәрбиәләргә кәрәк.
Ниңә беҙ үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә яңғыраған әкиәттәр һөйләмәйбеҙ, йә булмаһа уларҙың аудио варианттарын тыңлатмайбыҙ? Кес кенәнән, теле асылғандан талғын ғына тауыш менән уҡылған өләсәйҙәр лөғәтенән, бишек йырҙарынан балаларыбыҙ тыныс йоҡлар, уларҙың теле үҙебеҙсә асылыр ине! Бала үҫә төшкәс, милли йолаларҙы күрә, өйрәнә, ҡыҙыҡһына башлар ине. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йырҙарын, милли кейемдәрен, үҙ ырыу-шәжәрәңде, языусылар һәм халыҡ ижадын өйрәнеү кәрәк.
Йәш быуынға телде өйрәтеү һәм үҫтереү өсөн мәктәптә туған телдәр буйынса дәрестәр ойошторолған, төрлө саралар уҙғарыла, ваҡытлыса матбуғат биттәре, радио һәм телевидениелағы мауыҡтырғыс тапшырыуҙар, Интернет селтәре, китапханала йөкмәткеле китаптар бар. Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең мәктәптәрҙә үҙҙәренең балаларын туған телдәренән уҡытыуҙан баш тартыуҙары шулай уҡ бик тә ҡыҙғаныс хәл.
Ә бит, хөрмәтле ата-әсәләр, нәҡ ошо туған тел дәрестәре балаларҙы ҙур тормош юлына әҙерләй, фәҡәт ошо дәрестәрҙә генә балаларға күп яҡлы тәрбиә бирелә. Тыуған илгә, өлкәндәргә, атай-әсәйҙәргә ҡарата ихтирам тәрбиәләү, кешелеклелек, гражданлыҡ хистәре, әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү – бар ҙа туған тел уҡытыусылары һәм туған тел дәрестәре менән бәйле. Яҡшылыҡты яманлыҡтан, изгелекте яуызлыҡтан айырырға ла туған тел дәрестәрендә өйрәнәбеҙ. Тормошта кешелек алдында килеп тыуған ауыр мәсьәләләрҙе хәл итергә лә, улар алдында баш эймәйенсә, еңеп сығырға ла нәҡ ошо дәрестәр өйрәтә лә инде.
Туған телдәрҙе өйрәнеүгә хөкүмәтебеҙ ҙә ҙур иғтибар күрһәтә. 2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде һәм был тәҡдимде Республика Башлығы Радий Хәбиров хупланы. Был йәһәттән республикабыҙҙа, районыбыҙҙа, мәктәптәрҙә бик күп саралар уҙғарыла һәм улар бөтәһе лә башҡорт телен өйрәнеүгә, уға һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Радий Хәбировтың: «Башҡорт телен өйрәнеү модалы булырға тейеш» тип әйтеүен ишеткәнһегеҙҙер. Ә бит ул дөрөҫ әйтә. Кесе йәштән башҡорт телен белеү модалы, пристижлы икәнлеген ата-әсә аңлатып үҫтерә икән, тимәк, бала өсөн был телде белеү ғәҙәти хәл буласаҡ.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: туған телендә һөйләшкән бала – бәхетле бала. Сөнки ул ошо телдә аралаша, халыҡ араһында йәшәй, милли йолаларҙа тәрбиәләнә. Бындай кешенең киләсәге лә өмөтлө була түгелме!? Ә туған телен өйрәнмәгән, тел биҙәктәрен күрмәгән кеше – ярлы кеше.

Лилиә Ғәйнетдинова,
Борай 3-сө урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: