Бөтә яңылыҡтар

Республика Башлығы грантын кемдәр алды?

Республикала Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә грант биреүгә конкурс үткәрелде. Унда 12 мәғариф ойошмаһы еңеп сыҡты. Проекттарға бөтәһе 10 миллион 877 мең һум аҡса бүленде.

Еңеүселәр исемлегенә Башҡорт дәүләт университеты, Өфөнөң 44-се күп профилле полилингваль мәктәбе, 6-сы татар гимназияһы, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, Республика инженер лицей-интернаты, Өфө районының балалар ижады йорто, Салауат ҡалаһының 21-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылындағы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Көйөргәҙе районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Стәрлебаш районының Айҙарәле ауылы балалар баҡсаһы, Учалы районының Иманғол ауылындағы Советтар Союзы Геройы Ж.Ғ. Сөнәғәтуллин исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Ҡырмыҫҡалы районының Ефремкин ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе инде.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсында дәүләт һәм муниципаль мәғариф ойошмалары ҡатнаша ала. Мәғариф һәм фән министрлығы еңеүселәрҙе ҡотлай һәм уларға грант проекттарын тормошҡа ашырыуҙа консультатив, мәғлүмәти ярҙам күрһәтә.
Фото: education.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Фото: Ксения Калинина
Читайте нас: