112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап ойошторолған акцияға ҡарткиҫәктәр дәррәү ҡушылды. Диктантты уҡыусылар ғына түгел, төрлө йәштәге ололар ҙа килеп яҙа. “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлеге етәксеһе урынбаҫары С. Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәрен ғорурланып тыңланыҡ. Халҡыбыҙ улдарына бөркөттәр тип юҡҡа ғына әйтмәй. Улар бөркөт һымаҡ ҡыйыу булып, дошмандарға ташлана һәм илебеҙҙе азат итә, — тине бер тауыштан ҡарткиҫәктәр.