Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Февраль 2020, 10:50

Телһөйәр ҡыҙ

Ҡаҙаҡ ҡыҙы Эдера Молдасәйетова башҡорт һәм рус телдәрен дә яҡшы белә.

Эдера Ҡышлауйылға урта мәктәбенең 11-се класында уҡый. Ҡаҙағстанда тыуған ҡыҙ өс йәшендә әсәһе Гөлсара менән Олойылға ауылына күсеп ҡайта. Урында башланғыс мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Ҡышлауйылға урта мәктәбендә дауам итә. Тырыш ҡыҙ дүрт һәм биш билдәләренә генә өлгәшә, конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнаша. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Эдера ғинуарҙа үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып, иң яҡшы биш уҡыусы араһына инде! Был сара райондашыбыҙҙың хәтерендә ярыш ҡына түгел, ә туған телде өйрәнеүселәрҙең, фекерҙәштәрҙең ҡоро, туған тел һәм рухиәт байрамы булып ҡала. Олимпиада өс көн дауамында барып, унда йәмғеһе 418 уҡыусы ҡатнаша.
— Миңә башҡорт теле бик оҡшай. Ул шундай моңло, йомшаҡ, наҙлы. Башҡортса шиғырҙар, йырҙар тыңларға яратам. Башҡорт теле ҡаҙаҡ теленә оҡшаш, бер ҡыйынлыҡһыҙ ҡаҙаҡ телен дә аңларға була, — ти ул.
Эдера юрист булырға теләй, әле алда торған Берҙәм дәүләт имтихандарына ныҡлы әҙерләнә. Етди һөнәр һайлаһа ла күңеле нескә, матурлыҡҡа ғашиҡ ул. Тәбиғәт ҡосағында йөрөргә, матурлыҡҡа һоҡланырға, уны фотоға һәм һүрәткә төшөрөргә ярата һәләтле ҡыҙ.
Башҡорт телен туған телеләй тиң күреп, уны хөрмәт иткән, өйрәнгән, пропагандалаған Эдераға бары тик уңыштар ғына теләйбеҙ.
Наилә Имаева.
Читайте нас