Ҡышлауйылға урта мәктәбендә башҡорт, татар, рус, ҡаҙаҡ, удмурт милләтенән булған уҡыусылар үҙ-ара дуҫ булып, тырышып белем ала. Бөгөнгө акцияға ла улар милли кейемдәрҙә килгәйне. Татар телендә тексты — Лилиә Мәғәфүр ҡыҙы Вәлиева, ә башҡорт телендә Эльмира Фәүзәт ҡыҙы Шәйхуллина уҡыны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙҙа иғлан ителгән был акция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап ойошторола. Диктант өсөн яҙыусы-яугир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлеге етәксеһе урынбаҫары Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланған.
Районыбыҙҙа диктантты 14 мәктәптә өс — башҡорт, рус, татар телдәрендә яҙҙылар.
Һәр ҡатнашыусыға сертификат бирелде.