Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Телгенәм — бергенәм
21 Февраля 2020, 07:13

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

Ҡарткиҫәктәр алға бара, еңелмәй!

Беҙ, Асҡын районы Ҡарткиҫәк урта белем биреү мәктәбенең “Батырҙар” командаһы. Мәктәптә төрлө милләт балалары белем ала: башҡорттар, рустар, мариҙар һәм татарҙар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөтәбеҙ ҙә башҡорт телен яратып өйрәнәбеҙ һәм башҡортса аралашабыҙ.
Беҙ уҡыуҙа ла, спортта ла, йәмәғәт эштәрендә лә үҙебеҙҙе һынатмайбыҙ. Район, республика кимәлендә үткән бөтә сараларҙа, конференцияларҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ.
Беҙҙең девиз : “Алдынғылар бирешмәй. Алға бара, еңелмәй!”
Ҡарткиҫәк мәктәбе телһөйәрҙәре.
Руфина Мостафина әҙерләне.
Читайте нас