Йәнтөйәк
+27 °С
Ясно
Антитеррор
Телгенәм — бергенәм
21 Февраля 2020, 07:04

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

Илһөйәр, телһөйәр, рухлы уҡыусылар Солтанбәгебеҙҙе данлай.

Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә...
Солтәнбәк урта мәктәбендә башҡорт теле туған тел булараҡ өйрәнелә. Туған телебеҙҙе күңел нурылай һаҡлау, уның нескәлектәре менән артабан да таныштырыу, үҫтереү, тыуған илебеҙҙең сал тарихын өйрәтеү, арҙаҡлы уҙамандар миҫалында үҫешкән шәхес тәрбиәләү, киләһе быуындарға быуаттар төпкөлөнән йыйылған мираҫты тапшырыу – беҙҙең төп маҡсатыбыҙ.
Мәктәптә башҡорт телендә төрлө саралар әленән-әле үтеп тора. Күп йылдар дауамында уҡыусылар менән “Урал батыр” эпосын өйрәнеп, яттан һөйләү, уны сәхнәләштереү конкурсында ҙур уңыштар яулайбыҙ. Уҡыусыларыбыҙ район күләмендә генә түгел, республикала ла призлы урындар ала.
“Тере шишмәләр” республика конкурсында ла уҡыусылар һәм уҡытыусылар әүҙем ҡатнаша. “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсының да әүҙем ҡатнашыусылары беҙҙең уҡыусылар.
Тел, уны өйрәнеү, тел менән бәйле проблемаларҙы тикшереп, уҡыусылар”Кесе фәндәр академияһы”нда ҡатнашып, ҙур үрҙәр яулай.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә шиғыр яҙыу һәләтен дә һынап ҡарайҙар.
Тыуған якты өйрәнеү түңәрәгендә балалар ауыл тарихын өйрәнә, башҡорт халыҡ йырҙары, бейеүҙәре, йолалары менән таныша, нәҫел тамырҙарын барлап, шәжәрәләр төҙөй, башкорт халҡының музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә.
Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу үҙәгендә “Йәйләү” профиль сменаһы ойошторола. Унда башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, йырҙары, бейеүҙәре, милли ашы, кейеме менән балалар яҡындан таныша. Ерле материалға таянып, тыуған яғының тарихын, йолаларын өйрәнәләр. Сеңләүҙәр, легендалар, был яҡта яҙылған йырҙарҙы йыялар. Шәжәрә байрамдары үткәрелә, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса экскурсиялар ҙа ойошторола.
Мәктәп коллективы беренселәрҙән булып “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып, унда ойошторолған конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Йыл да үткәрелгән “Тоталь диктант” яҙыуҙан да ситтә ҡалмай мәктәп. Ата-әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар диктант яҙырға дәррәү килә.
Туған телде хөрмәт итеү, тимәк, үҙеңдең булмышыңды ҙурлау, тамырҙарыңды белеү, халҡың менән ғорурланыу ул. Туған тел – ул моң, тойғо теле. Туған телдә аралашып, беҙ күңелебеҙгә инсафлыҡ өҫтәйбеҙ.
Дөрөҫ, милләт булып ҡалыр өсөн беҙ иң тәү осраҡта үҙ телебеҙгә битараф булмаҫҡа тейешбеҙ. Туған телде һаҡлап, уны балаларыбыҙға өйрәтеп, изге мираҫ итеп тапшырырға бурыслыбыҙ. Тел – милләтебеҙҙең уты ла ул, донъяның ҡото ла ул, күңелдәрҙең рухын күтәреүсе лә ул. Ул беләктәребеҙгә көс, йөрәктәребеҙгә сәм, халҡыбыҙға аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл, ҡот өҫтәүсе лә.
Илебеҙҙе, телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һатмайыҡ, уға тоғро ҡалайык!
Алһыу Фәрәхова, Солтанбәк урта мәктәбе директорының
уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары.
Читайте нас