Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Телгенәм — бергенәм
21 Февраля 2020, 06:57

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенән сәләм!

Башҡортостанда йәшәүем, башҡорт телен өйрәнеүем менән ғорурланам!
Донъяла иң-иң матур ил —
Ул минең Тыуған илем.
Донъяла иң-иң матур тел —
Ул минең туған телем.
Минең туған телем – башҡорт теле. Тыуғас та әсәйемдең наҙлы итеп “балам” тигән һүҙен туған телемдә ишеткәнмен.
Мин Ғәлиә Әхмәтғалиева булам. Миңә ун ике йәш. Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең 6-сы класында уҡыйым.
Башҡорт телен яратып, ҙур теләк менән өйрәнәм. Тағы ла мин телемде яратам , сөнки беҙҙе Альмира Таһирйән ҡыҙы уҡыта.Ул беҙҙе күп нәмәгә, телебеҙҙе һөйөргә, уны яҡларға, һаҡларға өйрәтә.
Башҡортостанда йәшәүем, башҡорт телен өйрәнеүем менән ғорурланам!
Мин башҡорт телендә шиғырҙар күп өйрәнәм.Телебеҙҙе яҡлап, үҫтерер өсөн төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып урындар алам. Мәктәбебеҙ- ҙә,район күләмендәүткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашам. Буш ваҡытымда китап уҡырға, музыка тыңларға яратам.Туғандарым менән урамда уйнарға ла ваҡыт табам.
Ғәлиә Әхмәтғәлиева.
Читайте нас