Йәнтөйәк
-12 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Февраль 2020, 11:51

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

Ҡышлауйылға мәктәбе уҡыусылары башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнә

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә төрлө милләт балалары уҡый. Улар барыһы ла башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнә. Телһөйәрҙәр район һәм республика олимпиадаларында һәм башҡа конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Эдера Молдасәйетова — еңеүсе, Даниил Аскадоков — призер, Динар Шәрифханов — еңеүсе. Анастасия Кулакова ла мәктәптә үткән сараларҙа ҡатнашып, еңеү яулай.
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһендә быйыл 1-се калсс уҡыусыһы Рианна Нурғәлина — икенсе, 9-сы класс уҡыусыһы Алина Саттарова икенсе урын яуланы. Үткән йыл Динар Шәрифханов Гран-приға лайыҡ булғайны.
Шулай, Ҡышлауйылға мәктәбе уҡыусылары ниндәй милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, башҡорт телен ихлас өйрәнеп, белемдәрен һәм ижади һәләттәрен төрлө бәйгеләрҙә һынап, еңеү яулап тора. Уҡыусыларыма артабан да уңыштар теләйем!
Эльмира Шәйхуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас