Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Телгенәм — бергенәм
21 Февраля 2020, 06:35

Иғтибар: тауыш биреү башланды!

Беҙ — Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡыусылары!

“Йәнтөйәк” район-ара гәзите Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә иғлан иткән “Сәләм! Ә был беҙ!” конкурсында Асҡын 1-се мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнаша.
Башҡорт телен яратып уҡыған, һәләтле, маҡсатсан уҡыусыларыбыҙ менән таныштырып китәбеҙ. Морат Ғәлиев 6-сы класта белем ала. Тырыш малай башҡорт теле дәрестәрен бик яратып уҡый. Быйыл март айында үтәсәк "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә.
Регина Васиҡова 6-сы класта уҡый, туған тел дәрестәрен бик яратып, теләп өйрәнә.
Нурия Имаева 6-сы класта уҡый. Төрлө конкурстарза ҡатнаша.
Аделина Шәйхиева бик һәләтле уҡыусы. 3-сө класта уҡыусы ҡыҙ бейергә ярата, Балалар ижады үҙәгендә Гүзәл Ғәлләметдинова етәкләгән түңәрәктә шөғөлләнә. Башҡорт теле дәрестәренә бик теләп йөрөй, шиғырҙар ятларға, кластан тыш китаптар уҡырға ярата.
Аделия Суфиярова шулай уҡ 3 класта уҡый. “Мин шиғырҙар ятларға , бейергә, һүрәт төшөрөргә яратам”, — ти ул.
Рәдим Хажимәрҙәнов — 1-се класс уҡыусыһы. Тырыш, маҡсатсан малай башҡорт теле дәрестәрен көтөп ала. Дәрестәргә ентекле әҙерләнә.
Башҡорт телен яратып уҡыған, тел нескәлектәрен тырышып өйрәнгән уҡыусыларыбыҙҙың һәр береһе тураһында күп һөйләргә була. Иң мөһиме — улар рухлы, белемгә ынтылыусан, туған телдәрендә һөйләшә һәм уны өйрәнә.
Асҡын 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.
Читайте нас