Йәнтөйәк
-11 °С
Ясна
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Февраль 2020, 11:45

«Башҡорт әкиәттәре илендә»

#Фольклориада2020#Башҡорттелейылы #Годбашкирскогоязыка

Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, «Китап дуҫтары” клубы ағзалары ҡатнашлығында быйыл республикала һәм районыбыҙҙа уҙғарыласаҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан «Башҡорт әкиәттәре илендә» исемле фольклор сәғәте үткәрҙе.
Сараның маҡсаты уҡыусыларға фольклор тураһында мәғлүмәт биреү, башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү. Ҙур тәрбиәүи көскә эйә был фольклор жанры ололар һүҙен, ата-бабалар кәңәшен, өгөт-нәсихәтен, халыҡтың яҡты һәм ҡанатлы хыялдарын үҙендә кәүҙәләндергән. Уларҙа ижадсы халыҡтың аңы, рухи йөҙө, тәрән аҡылы, художество таланты сағыла. Әкиәт төрҙәрен, төҙөлөшөн иҫкә алып үткәндән һуң, үҙебеҙ әкиәт төҙөп ҡараныҡ. Килеп сыҡҡан әкиәттең ниндәй төргә ҡарауын асыҡланыҡ. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен китаптан уҡып, ҡатнашыусылар викторина һорауҙарына әүҙем яуап ҡайтарҙы.
Читайте нас