Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
6 Февраль 2020, 20:55

Һаҡлайыҡ башҡорт телен!

Асҡын 1-се мәктәбендә Башҡорт теле йылын асыуға бағышланған күркәм сара үтте.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ләйсән Ғәйнелйәнова, Эльвира Ғәләүетдинова, Лилиә Ғәлиева уҡыусылар менән туған тел аша Тыуған илебеҙгә һөйөү, республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, уның тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам, бөгөнгө яҙмышына ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында тәрән йөкмәткеле әҙәби-музыкаль композиция әҙерләгән.
Альмир Әлфир улы етәкселегендә егеттәр башҡарыуында “Башҡортостан” йыры менән асылған сараны дауам итеп, Ләйсән Әхмәтғариф ҡыҙы 2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүе һәм был тәҡдимде Республика Башлығы Радий Хәбиров хуплауы, йыл әйләнәһенә башҡорт телен популярлаштырыу буйынса төрлө саралар планлаштырылыуы хаҡында һөйләне. Радий Фәрит улының “башҡорт телен модалы итәйек” тигән тәҡдимен ҡеүәтләп, уҡыусыларҙы туған телебеҙҙә аралашырға, башҡорт телендә китап-журналдар уҡырға, башҡортса йырҙар өйрәнергә саҡырҙы.
Артабан мәктәп директоры Фәрит Зайнулла улы Шаймарҙанов уҡыусылар араһында “Тыуған илем” темаһына иғлан ителгән плакаттар конкурсы еңеүселәрен тәбрикләп, грамоталар тапшырҙы. Бәйгелә 5се – 8се класс уҡыусылары ҡатнаша.
Уҡыусыларҙың сығышы туған телгә, Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылғайны. Алтынсыларҙың “Башҡорт телендә һөйләшәм”, 1-се А класы уҡыусыһы Рәдим Хәжимәрдәновтың “ Мин башҡорт балаһы” йыры сараға телһөйәрлек, илһөйәрлек рухын өҫтәне. Ә малай һәм ҡыҙҙарҙың береһен-береһе уҙышып башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләүе сараның бәҫен күтәрҙе.

Наилә Имаева.

Читайте нас