Йәнтөйәк
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Телгенәм — бергенәм
4 Февраля 2020, 06:00

Районыбыҙҙа башҡорт телен уҡытыуға нигеҙ һалыусылар

Бар ғүмерен балалрға башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтеүгә, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләүгә бағышлаған хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Урмияҙ ағинәйҙәрен етәкләүсе Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерованың Башҡорт телен асыу тантанаһындағы сығышы ла бик фәһемле булып, районыбыҙ тарихында айырым урын алған мәғлүмәттәргә бай булды.

— Районыбыҙҙа башҡорт телен уҡытыу 1978-1979 йылдарҙа башланған. Был изге эштең башында Урмияҙ мәктәбе директоры Мөҙәрис Карам улы Карамов һәм Ҡашҡа мәктәбе директоры Әзһәт Зәйнетдин улы Ғәлиәкбәров торған. Улар икеһе лә юғары белемле, алдынғы ҡарашлы, абруйлы, атҡаҙанған уҡытыусылар ине, мәғарифҡа намыҫлы хеҙмәт иттеләр.
1984 йылда беҙ өс ҡыҙ – Ҡашҡа мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әнүзә Мостафа ҡыҙы Ғилфанова, Ҡарткиҫәк мәктәбендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Таңсулпан Ғәлиәкбәр ҡыҙы Хәжимуллина һәм мин, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, Асҡын районына эшкә килдек. Шул йылда Өфөлә юғары белем алып, Мәсетле районы ҡыҙы Гөлнәзирә Рәсим ҡыҙы Әйүпова беҙҙең рәткә ҡушылды. Беҙҙән ике йылға һуңға ҡалып, Яңы Бағаҙы мәктәбенә Әбйәлил ҡыҙы Гөлсирә Исмәғзам ҡыҙы Таһирова килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн икеһе лә беҙҙең арабыҙҙа юҡ. Йәндәре йәннәттә булһын.
Һәр беребеҙ үҙ урынында тырышып эшләп, телебеҙгә, халҡыбыҙға хеҙмәт иттек, хөкүмәт гранттарына, дәүләт наградаларына лайыҡ булдыҡ. Артабан Гүзәлиә Мөхтәсәр ҡыҙы Ғиндуллина, Дания Мөхтәбәр ҡыҙы Хакова, Зәкинә Хәниф ҡыҙы Әбелкарамова, Зәкиә Миңләхмәт ҡыҙы Сафина, бер нисә йылдан һуң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып киткән Венера Әмир ҡыҙы Сәлимуллина, Мөнирә Хәбиб ҡыҙы Хафизйәнова, Гөлзифа Шәмсирахман ҡыҙы Асҡаровалар менән бергә эшләнек.
— Урмияҙ мәктәбендә башҡорт теле уҡытыуҙы миңә тиклем мәғариф алдынғыһы Фәһимә Нәсибулла ҡыҙы Ғәлиева башлағайны. Уның менән иңгә-иң терәп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, матур эшләнек. Күп уҡыусыларыбыҙ беҙҙең юлды дауам итте. Улар араһында үҙ тырышлығы менән үрҙәр яулап, уңыштарға ирешкәндәре бихисап, — тип бөгөн районыбыҙҙы етәкләүсе Ришат Марат улы Дихинды һәм филология фәндәре кандидаты Лилиә Рәғит ҡыҙы Зиннәтуллинаны ҙур ғорурлыҡ менән атаны.
Әйе, бик фәһемле, девиз итеп алырлыҡ фекерҙәр әйтте Сәлимә Әнүәр ҡыҙы.
— Туған телдең бала өсөн артыҡ йөк түгел икәнен бөгөн һәр беребеҙ аңларға тейеш. Туған тел тыумыштан ҡаныбыҙға, бар күҙәнәктәребеҙгә һеңгән. “Башҡа ниндәй генә телде камил үҙләштерһәк тә, ул беҙҙең өсөн бары фән, ғилем, ә туған тел — ул һинең тотош булмышың”, — тип күренекле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Мәрйәм апай Бураҡаеваның һүҙҙәрен дә миҫалға килтерҙе.
Үҙ сығышында Сәлимә Әнүәр ҡыҙы борсолоуҙарын да белдерҙе. “Мәктәп директорҙары, уларҙың урынбаҫарҙары, ата-әсәләрҙең теләген иҫәпкә алабыҙ, тип һылтанып, уҡыу пландарынан туған телдәрҙе алып ташлаһа, беҙ киләсәк быуындарға телебеҙҙе тапшыра алмаясаҡбыҙ. Минеңсә, һәр бер етәксенең “Башҡорт теле — республикаға исем биргән тел. Ул рус теле менән бер рәттән мотлаҡ өйрәнелергә хаҡлы” тигән аңы булырға тейеш. Сөнки етәксенән күп нәмә тора. Телебеҙҙең киләсәге өсөн ҙур яуаплылыҡ тойорға тейеш улар, — тип Башҡорт теле йылында туған телебеҙҙе данларҙай матур саралар, яңы башланғыстар тормошҡа ашыр тип, барыһына уңыштар теләп тамамланы сығышын.
Наилә Имаева.
Читайте нас