Йәнтөйәк
+14 °С
Дождь
Антитеррор
Телгенәм — бергенәм
4 Февраля 2020, 11:51

“Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, кәм күрер уны тик кәм күңел...”

Башҡорт теле йылын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ришат Дихиндың сығышы Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры менән башланыуы осраҡлы булманы. Ришат Марат улының һәр һөйләмендә туған телгә һөйөү, туған тел һағында тороусыларға хөрмәт, телһөйәр уҡыусыларыбыҙ һәм туған телебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙ менән ғорурланыу хисе сағылды.

Байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ришат Дихин сәләмләне.
Ришат Марат улы сығышында күп милләтле районыбыҙҙа мәғариф системаһы һәр уҡыусыға туған телдәрҙе өйрәнеүҙә ирекле һайлау мөмкинлеге барлығын билдәләне. 29 мәғариф учреждениеһында өс туған тел — башҡорт, рус, татар теләдре өйрәнелә. Балалар баҡсаларында йола байрамдарын үткәреүгә, фольклор төркөмдәр төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә. Районыбыҙ мәктәптәрендә юғары белемле 31 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй. Уларҙың 10-һы республика һәм федераль кимәлдәге дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.
Үткән йылда республиканың төньяҡ райондары йәштәрен берләштергән “БалыҡFEST” 1-се төбәк мәғариф форумы һөҙөмтәле үтеүен дә билдәләне. Ришат Марат улы районыбыҙҙа, республикабыҙҙа ғына түгел, ә республиканан ситтә лә киң танылыу яулаған яҡташтарыбыҙҙы ғорурлыҡ менән атаны. Улар: яҙыусы, философия фәндәре докторы, район гәзитенә нигеҙ һалыусы Кирәй Мәргән, белемһеҙлек менән көрәштәге хеҙмәттәре өсөн 40-сы йылдарҙа Ленин ордены менән бүләкләнгән Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе директоры, башҡорт телен өйрәнеү өсөн беренсе “Әлифба” китабы авторы, йырҙар авторы Зыя Күлбәков, композитор, СССР композиторҙары союзы ағзаһы Ҡышлауйылғанан Мәсхүдә Шәмсетдинова, тыуған яҡты өйрәнеүсе, “Асҡын районы — үткәне һәм бөгөнгөһө” китабы авторы, Иҫке Ҡаҙансынан Тәлғәт Яҡупов, дәүләт һәм фән эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы Әлфис Ғаязов, Ҡыйғаҙынан йәш ғалим, кандидат, “Башҡорт энциклопедияһы” Башҡортостан Республикаһы фәне дәүләт учреждениеһында фәнни мөхәррир булып эшләүсе Лилиә Әйүпова һәм башҡалар.
Районыбыҙҙы республиканан ситтә йәшәп тә данлаусы райондашыбыҙ, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, Упҡанкүл ауылы ҡыҙы Гөлшат Шәмсетдинова, Урмияҙ ауылынан тарих фәндәре кандидаты, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Әхмәҙуллин, филология фәндәре кандидаты Лилиә Шәрәфетдинова, Асҡын егете, Санкт-Петербургта “Аманат” башҡорт йәштәре ассоциацияһын етәкләүсе Денис Муллаяров, Билгештән, Татарстан Республикаһында башҡорт телен, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнеү , һаҡлау, үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе Айгөл Бәләғетдинова менән дә ғорурлануын белдерҙе.
Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалауҙа районда сығыусы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең, район башҡорттары ҡоролтайының, ағинәйҙәр ойошмаһының ҙур өлөшөн билдәләп, уңыштар теләне.
Ветеран уҡытыусылар тәбрикләнде
Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында бар ғүмерҙәрен башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бағышлаған ветеран уҡытыусылар Сәлимә Әбүбәкерова, Гүзәлиә Ғиндуллина, Дания Хакова, Зәкинә Әбелкарамова, Зәкиә Сафина, Таңсулпан Хәжимуллина, Әнүзә Ғилфанова, Венера Сәлимуллина ла бар ине. Ришат Марат улы уларға телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлауҙары өсөн оло рәхмәтен еткерҙе һәм көслө алҡыштар аҫтында район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Телһөйәр, һәләтле балаларҙың республика олимпиадаларында, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһендә, “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Республикамды данлайым” иншалар һәм башҡа конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар менән ҡайтыуын ғорурланып әйтте Ришат Марат улы. Быйыл да йәш сәсәндәребеҙ уңыштары менән һөйөндөрҙө. Республика бәйгеһендә ҡатнашыусы 14 уҡыусының 12-һе призлы урындар һәм төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы.Телһөйәр уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларыбыҙҙы ла ҡотлап, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас