Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
17 Ғинуар 2020, 18:25

Телһөйәрҙәр һоҡландырҙы

Бөгөн Асҡын 2-се мәктәбендә үткән “Урал батыр” эпосын башҡорт телендә яттан һөйләүселәр бәйгеһе уҡыусыларҙың йылдан-йыл оҫтара, сәсәнлек йәһәтенән маһирлана ғына бара икәнлеген күрһәтте.

Республикабыҙҙа иғлан ителгән Башҡорт теле йылы районыбыҙҙа бөгөн Асҡын 2-се урта мәктәбендә үткән “Урал батыр” эпосын башҡорт телендә яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһенең муниципаль этабы менән башланып китте.
Халыҡ-ара статусын алған һәм 10-сы тапҡыр ойошторолған бәйгенең район этабында ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуын билдәләне сәләмләү сығышында жюри рәйесе, район мәғариф бүлеге методисы Мөнзилә Әхмәтова. «Халыҡҡа файҙалы кеше булып, эпоста әйтелгәнсә, мәшһүр зат булып йәшәр өсөн, «Урал батыр» васыятын үтәйек, яҡшылыҡҡа ынтылайыҡ», – тип уҡыусыларға изге теләктәрен еткереп, уҡыусыларҙы бәйгегә әҙерләп алып килеүсе уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе Мөнзилә Солтан ҡыҙы.
“Урал батыр” эпосын башҡорт телендә һөйләүселәрҙең район конкурсы бик йәнле һәм йәмле үтте. Балалар йылдан-йыл оҫтара, сәсәнлек йәһәтенән маһирлана ғына бара икәнлеген күрһәтте бәйге. Йәш сәсәндәр жюри ағзалары һәм иптәштәре алдында сығыш яһап, юғары әҙерлекле булыуҙарын, оҫталыҡтарын күрһәтә алды. Ролгә инеп, бөтә йөрәктәре менән һөйләне балалар әҫәрҙе. Башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеп, милли музыка ҡоралдарында уйнап, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә битараф булмаған был уҡыусыларға “афарин!” тибеҙ.
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр араһында еңеүселәр өс төркөмдә баһаланды.
VIII-XI класс уҡыусылары араһында Дилә Хәжиәкбәрова (Ҡашҡа мәктәбе, IX класс) — I, Динар Шәрифханов (Ҡышлауйылға, X кл.) — II, Дилназ Ғайсина (Сураш, IX кл.) — II, Аделина Сөнәғәтуллина (Ҡубияҙ, X кл.) — III, Лилиә Заманова (Иҫке Ҡаҙансы, VIII кл.) III урын яуланы.
V-VII класс уҡыусылары араһында Розалина Кәримова (Ҡышлауйылға, V кл.) — I, Винария Шәйехова (Ҡышлауйылға, V кл.) — II, Аделия Хәкимова (Упҡанкүл, VI кл.) — II, Алина Исламғәлиева (Ҡашҡа, V кл.), — III, Снежанна Усманова (Урмияҙ, VI кл.) III урынға лайыҡ булды. Арбаш мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Гөлнара Таһирова — “Өмөт”, ошо уҡ мәктәптең V класс уҡыусыһы Олег Ибраһимов “Башҡорт ижадына һөйөү өсөн” номинацияларында еңеүгә иреште.
I-IV класс уҡыусылары араһында Ильяс Латыпов (Яңы Ҡаҙансы, IVкл.) — I, Рианна Нурғәлина (Ҡышлауйылға, I кл.) — II, Зәүрә Мәснәүиева (Ҡашҡа, II кл.) — II, Самир Абдуллин (Асҡын 2-се мәктәбе, I кл.) — III, Юлиә Ғатина (Ҡышлауйылға,I кл.) III урын яуланы. Ҡубияҙ мәктәбенең IV класс уҡыусыһы Диана Шәйхелисламова “Туған телгә һөйөү” номинацияһында билдәләнде.
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр араһында Гран-приға Асҡын 2-се мәктәбенең V Б класы уҡыусыһы Илнара Ғәйбәтова лайыҡ булды, уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина.
Башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеп, милли музыка ҡоралдарында уйнап, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә битараф булмаған был уҡыусыларға “афарин”.
Наилә Имаева.
Читайте нас: